3-4 мартта М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Г. Гориндың «Геростратты оноторға!» («Забыть Герострата!») пьесаһы буйынса «Ут төртөүсе» ("Поджигатель") спектакленең премьераһы аншлаг менән үтте.
Ҡуйыусы режиссеры - Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Мөсәлим Күлбаев.
Ролдәрҙе Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Людмила Воротникова, Башҡортостандың халыҡ артисы Александра Комарова, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Андрей Ганичев, Салауат Нурисламов, Дмитрий Гусев, шулай уҡ Заһир Яруллин, Әсхәт Нәҡиев, Иванна Скачилова, Юлиә Абрарова, Владислав Нурисламов һәм Мельсик Петросян башҡара.
Спектаклдең нигеҙендә беҙҙең эраға тиклем IV быуатта баҙар сауҙагәре Геростраттың донъяның ете мөғжизәһенең береһе – Артемида Эфесская ҡорамын юҡ итеп дан яулауы тураһындағы тарихы һүрәтләнә. Ул быны ғорурлыҡ менән эшләй, һәр төрлө ысул менән дан яуларға хыяллана. Ҡала халҡы "Герострат менән һынау» үтә, уларҙың һәр береһенең тәртибенән, ут төртөүсегә ҡасан хөкөм ҡарары үтәләсәге тора...
Декорациялар сәхнәлә йә төрмә камераһының антуражын, йә Тиссаферн хакимы һарайын сағылдыра. Зал амфитеатр аренаһына оҡшаш.
Бөтә ижади коллективҡа иҫ киткес эш өсөн ҙур рәхмәт!