Өфөнөң 15-се балалар музыка мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Булат Мишәров Рәсәйҙең йәштәр Дельфий уйындарында ҡатнаша. Йәш таланттар форумы 21-26 апрелдә Һарытауҙа уҙғарыла.
Булат Мишәров февраль аҙағында Өфөлә үткән һайлап алыу турында 16 лауреаттың береһе булды. Унда республиканың мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениеларынан 76 дәғүәсе, шулай уҡ Башҡортостандан ситтә уҡыған һәләтле яҡташтарыбыҙ ҡатнашты.
Белешмә
Дельфий уйындары — художество, ғәмәли һәм ғилми-тикшеренеү ижады дисциплиналары буйынса комплекслы ярыштар. Әлеге ваҡытта ярыштар 54 номинация буйынса ойошторола: фортепиано, скрипка, театр, академик йырлау, халыҡ бейеүе, цирк, эпидемиология һәм биоинформатика, тәрбиә биреү сәнғәте, кейем дизайны, фәнни-популяр видеоблогинг һәм башҡалар.
Альмира Давлетбаева