Бөгөн Нуриман районының Иҫке Күл Мәҙәниәт йортонда “Көҙәй һылыуы-2023” матурлыҡ конкурсы үтте. Унда ошо ырыу вәкилдәре Ғәниева Алһыу (Нуриман районы, 18 йәш), Һөйәрбаева Әлизә (Иглин районы, 16 йәш), Дәүләтшина Сабина (Иглин раойны, 16 йәш) , Шәмсетдинова Камила (Нуриман районы, 16 йәш), Саҙрыева Айзилә (Нуриман районы, 16 йәш), Ғайсарова Илгизә (Иглин районы, 18 йәш), Вәлиева Сөмбөл (Белорет районы, 17 йәш) ҡатнашты.
Ҡыҙҙар башҡорт милли кейемдә сығыш яһаны. Көнкурсты ойоштороусылар уларға төрлө һынауҙар әҙерләгән. "Визит карточкаһы" бәйгеһендә ҡатнашыусылар үҙҙәре менән таныштырҙы, яратҡан шөғөлдәре, ҡыҙыҡһыныуҙары хаҡында һөйләне. Һуңынан иһә башҡорт халыҡ бейеүҙәрен башҡарҙылар. “Нәфис һүҙ” конкурсында ҡыҙҙар экранда яҙылған таныш булмаған шиғырҙы тасуир уҡырға тейеш ине. “Блиц-һорау” ҙа ике минут эсендә һылыуҙпр Көҙәй ырыуы тарихы, башҡорт мәҙәниәте хаҡында һорауҙарға яҙма яуап бирҙе.
Жюри ағзалары бәйгеселәрҙең ҡул эштәренә оҫталығын да баһаланы. Мәҙәниәт учреждениеһы фойеһында уларҙың эштәренән күргәҙмә ойошторолғайны. Ҡыҙҙар барлыҡ һынауҙарҙы ла лайыҡлы үтә алды.
Ҡыҙҙарҙың сығышын жюри ағзалары - Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты аппараты баш белгесе, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев, шағирә, "Аҡбуҙат" республика балалар журналының бүлек мөхәррире Айгөл Йәмилева, Иглин районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәүеф Кәлимуллин, Көҙәй ырыуы советы рәйесе Рөстәм Сәғиҙуллин, Нуриман районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Лиана Рәхимова баһаланы.
Айзилә Саҙрыева – Гран-приға лайыҡлы тип табылһа, Әлизә Һөйәрбаева– беренесе, Алһыу Ғәниева – икенсе, Сабина Дәүләтшина өсөнсө урынды яуланы. Конкурста ҡатшаныусылар иҫтәлекле бүләктәр, дипломдар менән бүләкләнде.
Конкурстар араһында Нуриман районы мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ Иглин районы ҡунаҡтары әҙерләгән концерт номерҙары күрһәтелде.
Сара юғары кимәлдә ойошторолғайны, залда байрамса мөхит хөкөм һөрҙө, көслө алҡыштар яңғыраны. "Көҙәй һылыуы- 2023" матурлыҡ бәйгеһе "Айыҡ ауыл" конкурсы сиктәрендә үтте.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.