+2 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Март , 11:00

Һуңғы көндәренә тиклем театр сәнғәтенә тоғро ҡалды

Башҡорт сәнғәте  оло юғалтыу кисерҙе. Кисә актер, режиссер, педагог, Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Нәҙерғолов 61-се йәшендә ҡапыл вафат булыуы хаҡында хәбәр иттеләр. 

Азат Әхмәҙулла улы Нәҙерғолов 1962 йылдың 19 июлендә Башҡорт АССР-ының Йылайыр районы Юлдыбай ауылында тыуған. 1982 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының актерлыҡ бүлеген тамамлаған. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры, 1987 йылда ГИТИС-тың режиссерлыҡ факультетына танылған режиссер-педагог Анатолий Васильевтың оҫтаханаһына уҡырға ингән.

1992 йылда Рәсәй театр сәнғәте академияһын тамамлағандан һуң М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында — режиссер, 1997-2000 йылдарҙа художество етәксеһе, 1993-1997 йылдарҙа — Йәш тамашасы театрының художество етәксеһе. 1997 йылда был театр Милли йәштәр театры тип үҙгәртелгәс, 2000-2004 йылдарҙа Милли йәштәр театрының художество етәксеһе булған. Күмәк күренештәр һәм тамашалар режиссеры.

Өфө сәнғәт институтында режиссерлыҡ һәм уҡытыусылыҡ эшен алып барған (режиссура һәм актер оҫталығы кафедраһы профессоры).

Азат Нәҙерғолов үҙенең һуңғы көндәренә тиклем театр сәнғәтенә тоғро ҡалды. Уны актерҙар ҙа, күп һанлы уҡыусылары ла бик яратты, хеҙмәттәштәре ихтирам итте. Ул ҙур ҡәнәғәтлек менән театрҙарҙағы премьераларға йөрөнө, һәр ваҡыт ихлас, хеҙмәттәшлек өсөн асыҡ күңелле кеше булды. Талантлы актер, режиссер, педагог һәм яҡшы кеше булараҡ, ул һәр ваҡыт беҙҙең йөрәктәрҙә ҡалыр...

Һуңғы көндәренә тиклем театр сәнғәтенә тоғро ҡалды
Һуңғы көндәренә тиклем театр сәнғәтенә тоғро ҡалды
Автор:
Читайте нас в