25 мартта Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Башҡортостандың халыҡ артисы, «Арабеск» асыҡ Рәсәй конкурсының «Рус балеты принцессаһы» призына лайыҡ булған Гөлсинә Мәүлекәсованың бенефисы була. Был кистә ул үҙенең яратҡан партияларының береһендә - «Кармен-сюита»нан (Альберто Алонсо) Кармен булараҡ сәхнәгә сыға. Спектакль буйынса уның партнёрҙары - «Кремль балеты» театры премьеры Михаил Евгенов һәм ҙур театр премьеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Александр Волчков. Улар Хозе һәм Тореро партияларын башҡара. Концерт программаһына шулай уҡ «Спартак», «Раймонда», «Ромео һәм Джульетта», «Сыңрау торна» балеттарынан өҙөктәр һәм заманса хореографик номерҙар ингән. Солистар иҫәбендә - Башҡорт опера һәм балет театры йондоҙҙары Гүзәл Сөләймәнова, Валерия Исаева, Ирина Сапожникова, Софья Сәйетова, Лилиә Зәйнәғәбдинова, Рәзилә Мырҙаҡова, Әминә Халиҡова, Рөстәм Исхаҡов, Сергей Бикбулатов, Олег Шәйбәков һәм Айрат Мәсәғүтов. Кисәлә театрҙың балет труппаһы артистары һәм Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы тәрбиәләнеүселәре ҡатнаша. Кисә ҙур залда киске сәғәт 6-ла башлана.
https://kulturarb.ru/ru/news/bashopera-priglashaet-na-benefis-prima-baleriny-gulsiny-mavlyukasovoj
Мәүлекәсова Гөлсинә Ғәлим ҡыҙы (19 февраль 1981 йыл) — балет артисы. 1996 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2001) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2016), халыҡ-ара конкурстар еңеүсеһе һәм дипломанты.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Гөлсинә Ғәлим ҡыҙы Мәүлекәсова 1981 йылдың 19 февралендә Өфө ҡалаһында тыуған. Атаһы Ғәлим Мәүлекәсов — музыкант, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы.
1999 йылда хәҙерге Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжын тамамлаған (Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Л.Ҡыуатова класы)[1].
1996 йылда студент сағында уҡ Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балет труппаһында эшләй башлай. 2000 йылдан — театрҙың төп солисы. 2001 йылда контракт буйынса Санкт-Петербургта К. Тачкин балет труппаһында эшләй.
Гөлсинә Мәүлекәсова — Р. Нуриев исемендәге Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале ҡатнашыусыһы, унда И. И. Иебра (Рим операһы), Д.Тамазлакару (Staatsballet Берлин театры), М. Перетокин (Ҙур театр), А. Меркурьев (Ҙур театр) менән сығыш яһай.
2006 йылда Ярославлдә VII Халыҡ-ара Волков фестивалендә Л. Исмәғилеваның «Арҡайым» балетында бейей. Спектакль Рәсәй Хөкүмәтенең Волков исемендәге премияһы лауреаты була.
2008 йылда Башҡортостан Республикаһы төркөмөндә Францияла, ЮНЕСКО штаб-фатирында үткән сәнғәт оҫталары гала-концертында ҡатнаша.
2010 йылда «Рәсәй-Франция йылы» концерттарында ҡатнаша (Париж һәм Францияның башҡа ҡалалары).
Гөлсинә Мәүлекәсова Башҡорт опера һәм балет театрының бөтә спектаклдәрендә, концерт программаларында, юбилей кисәләрендә ҡатнаша.
Ғаиләһе: тормош иптәше Илдар Манапов (Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, 2014), ҡыҙы.
(Башҡорт Википедияһынан)