+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Март 2023, 13:00

Йәйғор нурҙарынан туҡылған тормош юлы

1 мартта Өфөлә Башҡортостандың халыҡ рәссамы Дамир Ишемғоловтың күргәҙмәһен асыу тантанаһына уҙа. «Йәшәгән, ти, ауыл» күргәҙмәһе рәссамдың 80 йәшлек юбилейына һәм Кесе Ватан өсөн файҙалы эштәр йылына арнала.

Экспозицияға М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында һәм рәссамдың йыйылмаһында һаҡланған әҫәрҙәр ингән. Һәр картина Дамир Нуретдин улының донъяға үҙенсәлекле ҡарашын һәм уның ҡабатланмаҫ стилистик алымын сағылдыра.

Дамир Ишемғолов 1943 йылда Башҡорт АССР-ының Хәйбулла районы Кесе Әбеш ауылында тыуған. Өфө сәнғәт училищеһының (1967-1971) художество-педагогия бүлегендә (хәҙерге художество бүлеге) махсус белем ала.

1996-2010 йылдарҙа - Өфө сәнғәт училищеһының художество бүлеге уҡытыусыһы.

1989 йылда - «Һары бейә» художество төркөмөн, 1995 йылда «Артыш» ижади берекмәһен ойоштороусыларҙың береһе.

1986 йылдан алып - республика, шул иҫәптән махсус (биҙәү-ҡулланма сәнғәте), зона, төбәк, бөтә Рәсәй, халыҡ-ара, сит ил күргәҙмәләре экспоненты.

Дамир Ишемғоловтың әҫәрҙәре М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында (Өфө), Туймазы тарих-крайҙы өйрәнеү музейында (БР), РФ Мәҙәниәт министрлығында (Мәскәү), Силәбе дәүләт һынлы сәнғәт музейында, Новосибирск дәүләт художество музейында, Марий Иле Республикаһының һынлы сәнғәт музейында (Йошкар-Ола), Екатеринбургтың «Эстер» галереяһында, шулай уҡ Австрия, Германия, США, Финляндия, Франция илдәрендә һаҡлана.

Күргәҙмәне асыу тантанаһы киске сәғәт 5-тә башлана. Тантанаға инеү - бушлай.

Күргәҙмә 26 мартҡа тиклем эшләйәсәк.

Адресы: Өфө ҡалаһы, Гоголь урамы, 27, икенсе ҡат.

https://kulturarb.ru/ba/news/%D3%A9f%D3%A9l%D3%99-bash%D2%A1ortostandy%D2%A3-haly%D2%A1-r%D3%99ssamy-damir-ishem%D2%93olovty%D2%A3-yubilej-k%D2%AFrg%D3%99%D2%99m%D3%99%D2%BBe-asyla

 

Йәйғор нурҙарынан туҡылған тормош юлы

Бормаланып аҡҡан Һаҡмар йылғаһы буйында мөһабәт тауҙарға һыйынып ҡына ятҡан Әбеш ауылы бар. Хәйбуллала ғына түгел, бөтөн Башҡортостанда иң матур урындарҙың береһе булып дан ҡаҙанған ул. Ошо илаһи күренештәр, тел менән әйтеп аңлата алмаҫлыҡ гүзәллек, бәләкәс Дамирҙың күңелендә илһам орлоҡтары булып шытҡандыр. Юғиһә тыуған яҡтарының матурлығын йәйғор төҫтәренә мансып төшөргән әҫәрҙәре ижад ителмәҫ ине.

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы, Халыҡ рәссамы, Рәсәйҙең рәссамдар союзы ағзаһы Дамир Нуретдин улы Ишемғолов 1943 йылдың сатлама һыуыҡ февраль айында донъяға килгәнгәлер, ҡояшлы йылы көндәргә, тыныс, әммә тулы ағышлы тормошҡа ынтылыуы уның бөтә ижадында ярылып ята. Күп балалы уҡытыусы ғаиләһендә иң кесеһе булып донъяға килгән малайға уҡып, кеше булып китеү еңелдән бирелмәй. Нәҫелдәрендә барыһы ла һүрәт төшөрөргә оҫта, әммә Дамир ғына профессиональ рәссам булып китә. Хоҙай күңеленә һалған рәссамлыҡ һәләтен үҫтереү, белем офоҡтарын киңәйтеү маҡсатында баш ҡалабыҙ Өфөгә юллана ул. Төпкөлдәге башҡорт ауылынан сығып, үҙен танытыу өсөн күп һынау үтергә тура килә буласаҡ рәссамға. Өфө сәнғәт училищеһында белем алып йөрөгән егет илһамланып яңы картиналар ижад итә. Уның әҫәрҙәрендә кешеләргә әйтергә теләгән фекерҙәре, эҙләнеү, уйланыуҙары, тыуған яҡты һағыныу хисе ниндәйҙер фәлсәфәүи хис-тойғолар менән үрелеп һүрәтләнгән.

Үҙенә генә хас һүрәтләү алымдарын булдырыу, арымай-талмай үҙ ижадын камиллаштырыу өҫтөндә эшләү һөҙөмтәһеҙ ҡалмай. Дамир Ишемғоловтың картиналары төрлө күргәҙмәләрҙә урын биләй. 1989 йылда «Һары бейә» сәнғәт төркөмө һәм «Инйәр» ижади төркөмөн булдырып, Мәскәү, Силәбе, Новосибирск ҡалаларында ойошторолған күргәҙмәлә ҡатнаша. Төрлө йылдарҙа шулай уҡ Йошкар-Ола, Екатеринбург, Санкт-Петербург ҡалаларында үткән күргәҙмәлә үҙ эштәрен ҡуя. 1996 йылда Өфөлә үҙенең тәүге күргәҙмәһен ойоштора. Уның тырыш хеҙмәте, тынғыһыҙ ижады күп һанлы маҡтау грамоталары, «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы», «Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы» исемдәре менән баһаланған. Әҫәрҙәре Рәсәйҙең сәнғәт музейҙарында, галереяларында һаҡлана, Австрия, Германия, АҠШ, Финляндия, Францияла шәхси йыйынтыҡтарға ла уның ижад емештәре индерелгән.

Оҙаҡ йылдар Өфө сәнғәт училищеһының рәсем төшөрөү оҫталығы бүлегендә уҡыта, йәш рәссамдарҙы ижад серҙәренә төшөндөрә.

2001–2003 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Рәссамдар союзының ревизия комиссияһы рәйесе вазифаһын башҡара.

Мөләйем, баҫылҡы, эшһөйәр рәссам тормошта үҙ урынын тапҡан. Ул, уңышлы хеҙмәткәр булыу менән бер рәттән, өлгөлө ғаилә башлығы ла. Саҡмағош районы һылыуы Клараны осратыуын яҙмыштың ҙур бер бүләге итеп ҡабул итә. Эшкә уңған, аҡыллы, сабыр ҡыҙ һөнәре буйынса технология фәндәре белгесе булһа ла, ижад кешеһенең күңел торошон тулыһынса аңлаған яҡшы тормош иптәше була. Картиналар ижад итеү рәссамдан ҙур тырышлыҡ, көсөргәнеш талап иткәнен яҡшы аңлай. Һәр әҫәрҙең уйланыу, эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһе булып барлыҡҡа килеүен белгәнгә күрә лә һәр саҡ таяныс һәм кәңәшсе ул Дамир Нуретдин улына.

Рәссамдың татыу ғаиләһендә сәнғәт донъяһына битараф булмаған ике ул тәрбиәләнә. Өлкән улдары Азат Өфөлә йәшәй, оҫта ҡулдары етмеш төрлө һөнәр белә. Бәләкәйҙәре – Айҙар атаһы юлынан бара – Санкт-Петербург ҡалаһында танылған рәссам. Киң күңелле хужаларҙың йортонан бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәй. Балалары, ейәндәре, бүләсәләре өсөн хәстәрлекле атай-әсәй, ҡартатай-ҡәртәсәй булып ҡыуаныста көн итә улар. Барса туғандарға, мохтаждарға кәрәк саҡта ихлас ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торалар. Тик уңғандарға ғына хас булған баҡсалары күкрәп үҫә. Кескәй генә ҡорамаларҙан бик матур итеп эшләнгән юрған, түшәк, мендәрҙәр, стенала эленеп торған картиналар, үҙ ҡулдары менән биҙәп эшләгән йорт йыһаздары һәм скульптуралар – шундай матурлыҡтан, ихласлыҡтан йорт эсе йәйғор нуры менән тулған кеүек күренә. Тормошто яратып, уның ауырлыҡтарына бер ҙә һыҡранмай, кескәй генә шатлыҡты ла ҙур итеп ҡабул итеп, дуҫ-иштәре, туғандары менән бүлешеп йәшәгәнгә лә бер ҙә ҡартаймай улар. Үҙ ҡулдары, үҙ тырышлыҡтары менән ҡорған, булдырған нурлы донъяларының бәхетен күреп, тағы ла оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын тип теләйбеҙ.

 

Миләүшә ҠЫҘРАСОВА

Йәйғор нурҙарынан туҡылған тормош юлы
Йәйғор нурҙарынан туҡылған тормош юлы
Йәйғор нурҙарынан туҡылған тормош юлы
Автор:
Читайте нас: