+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Февраль 2023, 12:00

Петербургта «Туған телгә һөйөү» түңәрәк өҫтәле үтте

Балалар башҡорт халҡының мәҙәниәте менән танышты, Башҡортостандың ете мөғжизәһе хаҡында белде, ҡурай моңо яңғырауын тыңланы һәм башҡорт әйлән-бәйләнендә ҡатнашты.

 Ошо көндәрҙә Ленинград өлкәһенең Дуҫлыҡ йортонда  Халыҡ-ара туған тел көнөнә арналған «Туған телгә һөйөү» түңәрәк өҫтәле үтте. Төньяҡ баш ҡалала һәм өлкәлә йәшәүселәр һәм ҡунаҡтар туған телдә нисек һөйләшергә өйрәнеүҙәре хаҡында һөйләне, сөнки беҙ һөйләшергә өйрәнгән тәүге тел - туған тел. Милләттә туған телмәрҙе һаҡлау тәжрибәһе менән Люциә Буканова уртаҡлашты.   Зөһрә Нурғәли ҡыҙы Хажиәхмәтова һәм Гөлнара Сабир ҡыҙы Хәлитова туған тел тураһында шиғырҙарҙы яттан һөйләне. Режиссёр Руслан Юлтаевтың Динара Ҡәйүмова сценарийы буйынса төшөрөлгән ҡыҫҡа метражлы фильмын ҡунаҡтар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны. «Ирәндек» башҡорт фольклор ансамбле йырары һәм бейеүҙәре сараның бие булды, тип яҙа Санкт-Петербург һәм Ленинград өләһе башҡорттары ҡоролайы төркөмөндә.

Ә унан бер көн алда Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) вәкиле Оксана Фәхриева Советтар Союзы Геройы Н.А. Бобров исемендәге Леснов белем биреү үҙәгендә дүртенсе һәм бишенсе класс уҡыусылары өсөн «Күп милләтле Ленинград өлкәһе» төбәкте өйрәнеү дәрестәрендә ҡатнашты. Балалар башҡорт халҡының мәҙәниәте менән танышты, Башҡортостандың ете мөғжизәһе хаҡында белде, ҡурай моңо яңғырауын тыңланы һәм башҡорт әйлән-бәйләнендә ҡатнашты.

Сығанаҡ - "Ҡоролтай" төркөмө.

Петербургта «Туған телгә һөйөү» түңәрәк өҫтәле үтте
Петербургта «Туған телгә һөйөү» түңәрәк өҫтәле үтте
Петербургта «Туған телгә һөйөү» түңәрәк өҫтәле үтте
Петербургта «Туған телгә һөйөү» түңәрәк өҫтәле үтте
Петербургта «Туған телгә һөйөү» түңәрәк өҫтәле үтте
Автор:
Читайте нас: