+20 °С
Ясно
Новости
22 Февраля 2023, 03:54

Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә "Торатау" конгресс-холында «Әҙәби гөлләмә» фестивале сиктәрендә “Әҙәбиәттә туған телдәр бөйөклөгө” тип аталған әҙәби осрашыу үтте.

-

"Бөгөнгө заман ир-егете йорт һалып, ағас ултыртып, ул үҫтерергә генә түгел, ә туған телде ейәненә һәм ейәнсәренә өйрәтеп тапшырырға тейеш," - тине сарала ҡатнашыусы азербайжан шағиры Балоглан Джалил.

Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә "Торатау" конгресс-холында «Әҙәби гөлләмә» фестивале сиктәрендә “Әҙәбиәттә туған телдәр бөйөклөгө” тип аталған әҙәби осрашыу үтте. Был сараны ойоштороусы Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы һәм халыҡтар дуҫлығы йорто хеҙмәткәрҙәре бөйөк ҡәләм әһелдәре Мостай Кәрим, Рәсүл Ғамзатов, Сыңғыҙ Айтматов, Ҡайсын Күлиев, Ғабдулла Туҡайҙың ижади мираҫы хаҡында бай мәғлүмәт бирерлек сығыш яһаусыларҙы саҡырған. Нәҡ үрҙә атап кителгән шағирҙәр, әҙиптәр - беҙҙең күп милләтле илебеҙҙәге милли әҙәбиәттең сағыу өлгөләре булып тора.
Осрашыуға килеүселәрҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресс) — йәмәғәт ойошмаларының Халыҡ-ара берлеге Президиумы рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Айытҡолова Эльвира Ринат ҡыҙы, Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Илдар улы Мөхйәнов сәләмләне.
Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Рәшит Шәкүр һәм Ҡәҙим Аралбайҙың, туғандаш төрки телле халыҡтар вәкилдәренең, ғалим-тел белгестәренең сығыштары ла туған телдәрҙе һаҡлауҙың мөһимлеге хаҡында барҙы.

Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә "Торатау" конгресс-холында «Әҙәби гөлләмә» фестивале сиктәрендә “Әҙәбиәттә туған телдәр бөйөклөгө” тип аталған әҙәби осрашыу үтте.
Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә "Торатау" конгресс-холында «Әҙәби гөлләмә» фестивале сиктәрендә “Әҙәбиәттә туған телдәр бөйөклөгө” тип аталған әҙәби осрашыу үтте.
Автор:
Читайте нас