+20 °С
Облачно
Новости
22 Февраля 2023, 06:00

 Әҙәби музейҙың яңы етәксеһе менән таныштырҙылар

Был вазифаға тиклем ул "Һәнәк" журналын етәкләне

 

Өфөлә Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған әҙәби осрашыуҙа Милли әҙәбиәт музейының яңы етәксеһе менән таныштырҙылар. Башҡортостан мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Алмаз Сәйетов 2023 йылдың 21 февраленән Миләүшә Хәбилованың (Каһарманова) директор вазифаһын башҡарыуы тураһында иғлан итте. Быға тиклем ул «Һәнәк» журналының баш мөхәррире булып эшләне.  Миләүшә Каһарманова 1973 йылдың 10 сентябрендә тыуған, Бөрйән районы ҡыҙы. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған,  хеҙмәт эшмәкәрлеген башҡорт журналистикаһына бағышлаған. Ике шиғри йыйынтыҡ һәм ике проза китабы авторы. 

Авторы: Ләйлә Аралбаева
Фото:Валерий Шахов
Әҙәби музейҙың яңы етәксеһе менән таныштырҙылар
 Әҙәби музейҙың яңы етәксеһе менән таныштырҙылар
Автор:
Читайте нас