+19 °С
Облачно
Новости
22 Февраля 2023, 04:00

Башҡортостан халҡы "Шайморатов генерал" йырын тура эфирҙа башҡарасаҡ

-

Республика халыҡ ижады үҙәге патриотик акцияла ҡатнашырға - Заһир Исмәғилев музыкаһына «Шайморатов генерал» йырын башҡарырға саҡыра. Сара 23 февралдә тура эфирҙа була. Сара көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана.

Бер үк ваҡытта ҡатнашыусылар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры Миңлеғәле Шайморатовтың һәләк булыуына 80 йыл тулыу уңайынан йыр башҡара.

Акция республиканың барлыҡ мәҙәни-ял итеү учреждениеларында йәки муниципалитеттың әһәмиәтле урындарында ойошторола, унда теләгән һәр кем ҡушыла ала.

Акцияның Хештегы: #БашкортостанАкцияШаймуратов2023 #РеспубликанскийЦентрНародногоТворчества #РЦНТ #МКРБ #Уфа

Башҡортостан халҡы "Шайморатов генерал" йырын тура эфирҙа башҡарасаҡ
Башҡортостан халҡы "Шайморатов генерал" йырын тура эфирҙа башҡарасаҡ
Автор:
Читайте нас