+20 °С
Облачно
Новости
21 Февраля 2023, 11:00

Башҡорт филологияһы факультетына 30 йыл

-

Бөгөн, Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетың Башҡорт филологияһы факультетының 30 йыллыҡ юбилейына арналған саралар үтә. Көндөң тәүге яртыһында факультет хеҙмәткәрҙәре һәм студенттары үҙҙәренең яңыртылған бинаһында ҡунаҡтар ҡабул итте. Сарала факультетты төрлө йылдарҙа тамамлаусы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, шулай уҡ башҡа һөнәрҙәр бйынса эшләп йөрөүселәр, төрлө йылдарҙа эшләп киткән билдәле шәхестәр, бүтән уҡыу йорттарынан килгән мағәриф һәм фән вәкилдәре ҡатнашты. Бөгөн Башҡортрстанда 2000-дән ашыу башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы эшләһә, шуларҙың күбеһе ошо уҡыу йортон тамамлаусылар икән. Факультетта даими рәүештә яңы йүнәлештәр ҙә асыла. Факультет ғалимдары бөгөн заман технологияларын әүҙем өйрәнә һәм үҙ эшмәкәрлегендә уңышлы файҙалана, заман талаптарын яҡшы төшөнгән, үҙ эшенең нескәлектәрен белгән алдынғы ҡарашлы уҡытыусылар әҙерләй. Сараның тәүге өлөшөндә ҡунаҡтар факультеттың заманса ҡорамаллаштырылған кабинеттары менән танышты, ғалимдарҙың һәм студенттарҙың сығышын тыңланы. Артабан байрам сараһы уҡыу йортоноң төп корпусындағы концерт залында дауам итте. Ҡотлау телмәрҙәре менән менән концерт номерҙары бергә үрелеп барҙы.

Башҡорт филологияһы факультетына 30 йыл
Башҡорт филологияһы факультетына 30 йыл
Автор:
Читайте нас