+3 °С
Ямғыр
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Февраль 2023, 15:00

Башҡорт телендә шаяндар һәм отҡорҙар уйындарына саҡыралар

«Шаян-лига» Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды, республиканың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты һәм Мәғариф һәм фән министрлығы булышлығында Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына уҙғарыла.

17 февралдә Нефтекама филармония залында «Шаян-лига» КВН уйындары системаһының «Төньяҡ-көнбайыш лигаһы» фестивале үтте. Командалар «Сәләмләү» конкурсында сығыш яһаны. Һөҙөмтәлә уйын йомғаҡтары буйынса призерҙар билдәләнде: Беренсе урынды - «Балаяндар» (Нефтекама башҡорт гимназияһы);  Икенсе урынды урын - «Тәтешле борсаҡтары» (Тәтешле районының Балалар ижады үҙәге); Өсөнсө урынды «Шәп компания» (Нефтекама нефть колледжы) һәм «Теге өсәү» (Өфө ҡалаһының йыйылма студенттары) бүлеште. Командаларҙың бөтәһе лә  Төньяҡ-көнбайыш лигаһының ярымфиналына үтте. Киләһе уйын ошо уҡ залда апрелдә уҙа. «Шаян лига» КВН уйындары системаһы сиктәрендә фестивалдәр 20 февралдә Күмертауҙа, 26 февралдә Мәсәғүт ауылында һәм 4 мартта Сибайҙа үтәсәк. «Шаян-лига» Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды, республиканың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты һәм Мәғариф һәм фән министрлығы булышлығында Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына уҙғарыла.

 

Башҡорт телендә шаяндар һәм отҡорҙар уйындарына саҡыралар
Башҡорт телендә шаяндар һәм отҡорҙар уйындарына саҡыралар
Башҡорт телендә шаяндар һәм отҡорҙар уйындарына саҡыралар
Башҡорт телендә шаяндар һәм отҡорҙар уйындарына саҡыралар
Башҡорт телендә шаяндар һәм отҡорҙар уйындарына саҡыралар
Башҡорт телендә шаяндар һәм отҡорҙар уйындарына саҡыралар
Автор:
Читайте нас: