«Башҡортостан» дәүләт концерт залында үҙенсәлекле тамаша үтте. Өфө тамашасыһына башҡорт халыҡ классикаһының яңы версиялары тәҡдим ителде. Классик башҡорт халыҡ көйҙәренең яңыса яңғырашын эҙләү 2019 йылда башланғайны һәм шуға өлгәштек. Классик башҡарыуға ынтылыш менән бер рәттән ҡыҙҙар туған моңдарының яңыса яңғырашын эҙләй. Проект етәксеһе ҡурайҙың яңыса яңғырашын эҙләп бөтә донъяны урап сыҡҡан һәм ҡурай, ҡыл-ҡумыҙ, ҡумыҙ донъя музыка мәҙәниәтендә лайыҡлы урын алыр тигән ышаныста:
- Беҙҙең йәшәү мөхите үҙгәрә, башҡорттар үҙҙәре үҙгәрә һәм бай рухи мираҫыбыҙҙан баш тартырға ярамай тип иҫәпләйем. Бала саҡтан таныш көйҙәр заманса стилдәрҙә лә бик матур яңғырай. «Миәс буйы», «Бала ҡарға», «Алты егет», «Һуңыр буға» кеүек классик көйҙәрҙе айырып күрһәтергә мөмкин, - ти Земфира Рәшитова.
Төркөм составы: Земфира Рәшитова – ҡурай, - Зәлиә Нурлы - йыр һәм ҡумыҙ, традицион ҡыл-ҡумыҙ - Зәлиә Ғәниәтуллина, думбыра - Гөлназ Нафиҡова, прима ҡыл-ҡумыҙ - Наилә Биктимерова. Квинтет етәксеһе, солисы һәм ҡурайсыһы Земфира Рәшитова 2019 йылда үҙе янында фекерҙәштәрен туплай.
Сығанаҡ: "Ҡоролтай" төркөмө.