Шулай итеп, бәйгелә ҡатнашыу өсөн үҙегеҙҙең Бәйленештә социаль селтәрендәге сәхифәлә тыуған яғығыҙҙағы бығаса бер ҡайҙа ла баҫылып сыҡмаған легенда, ер-һыу атамаларының килеп сығышы хаҡында пост яҙып, фото беркетергә йәки кемдәр теләй видеояҙма төшөрөп, Атайсалығыҙҙағы легенданы һөйләп һала алаһығыҙ. Мотлаҡ рәүештә #ЛегендыАтайсала хэштегын ҡуйырға онотмағыҙ һәм һеҙҙең сәхифәгеҙ асыҡ булырға тейеш, юғиһә, хэштег буйынса табып булмаясаяҡ. Конкурста йәш буйынса айырма юҡ, һәр кем ҡатнаша ала. Шулай уҡ мотлаҡ рәүештә Бәйләнештә селтәрендәге проект Атайсал төркөмөнә һәм Атайсал телеграм-каналына яҙылырға кәрәк, тап ошо селтәрҙәрҙә конкурс буйынса актуаль мәғлүмәттәр буласаҡ. Тағы ла берҙе ҡабатлап әйтәм, легенда бер ҡайҙа ла баҫылмаған булырға тейеш. Конкурс эше ҡыҙыҡлы булһын һәм социаль реакцияларға, тимәк, лайк, комментарий һәм күсереп алыуҙарға иғтибар бирергә кәрәк, улар һеҙҙең еңеүҙе тағы ла яҡынайтасаҡ.
Ер-һыу атамаларын һәм уларҙың тарихын һаҡлап алып ҡалыу – беҙҙең төп бурыс.
https://vk.com/id21193114?w=wall21193114_11998