Рәсәйҙең Милли филармония оркестры республика ҡалаларында өс концерт бирә: икәүһе Өфөлә һәм берәүһе Салауат ҡалаһында.
Фестиваль Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров булышлығында һәм Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығының «Бөтә Рәсәй филармония миҙгелдәре» программаһы сиктәрендә уҙғарыла.
Юғары музыка һөйөүселәргә донъяның иң яҡшы академик коллективтарының береһе оркестр башҡарыуында программа тәҡдим итәсәк:
21 февралдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Родион Щедрин эшкәртеүендә Жорж Бизеның «Кармен-сюита», Габриэль Фореның «Паван», Жак Иберҙың «Париж» һәм Морис Равелдең «Болеро» симфоник сюитаһы яңғыраясаҡ;
22 февралдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Людвиг ван Бетховендың» фортепиано менән оркестр өсөн 3-сө Концерт һәм Дмитрий Шостаковичтың «Променад оркестры өсөн сюита»һы күрһәтелә;
23 февралдә «Нефтехимик» мәҙәниәт һарайында (Салауат ҡалаһы) Петр Ильич Чайковскийҙың өс сюитаһы: «Аҡҡош күле» балетынан сюита, «Йоҡоға Талған һылыу» балетынан сюита һәм «Щелкунчик» балетынан сюита, шулай уҡ М.Ю.Лермонтовтың «Маскарад» драмаһына яҙылған музыканан сюита башҡарыласаҡ.