18 февралдә Өфөлә «Төнгө ултырыш» тип аталған концерт ойошторола. Унда«Ҡош Юлы» бард йыры фестивале еңеүселәре ҡатнаша. Сәхнәлә, йырҙарҙан тыш, йәш башҡорт шағирҙарының поэзия өлгөләре лә яңғыраясаҡ. Тамашасыларҙы тере музыка, гитараға ҡушылып йырлау, ҡатнашыусыларҙың сағыу сығыштары һәм усаҡ янында аралашыу мөхите көтә.
«Төнгө ултырыш» 2015 йылда тәүге тапҡыр гитараға ҡушылып йырлаусыларҙы һәм шиғриәт һөйөүселәрҙе йыйҙы. Идея авторы - шағир, журналист Азамат Юлдашбаев. Был сара тамашасы күңеленә хуш килде һәм «Төнгө ултырыш» йыл һайын уҙғарылған сараға әүерелде, ә 2018 йылда ул хатта ике тапҡыр уҙғарылды. «Төнгө ултырыш» - һалҡын ҡышта «Ҡош Юлы»ның йылы мөхитенә сумыу мөмкинлеге, сөнки фестиваль үҙе йәйгеһен уҙа. Сара Республика халыҡ ижады үҙәгенең Мәҙәниәт йортонда (Кустарная урамы, 17-се йорт) уҙғарыла. 18.00 сәғәттә башлана. Концертҡа билеттарҙы Республика халыҡ ижады үҙәге сайты аша һатып алырға мөмкин: https://rcntrb.com/ru/test-pushka/7516-kontsert-nochnye-posidelki.«Пушкин картаһы» менән түләү ҙә ҡаралған.