+11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Февраль 2023, 21:00

Серле төш (үткәндәргә ҡайтып әйләнеү)

Тәҙрә төбөндә тыптыр-тыптыр килеп бейешкән ямғыр тамсыһы, иҙерәп кенә йоҡлап ятҡан ерҙән һиҫкәндереп тәмле йоҡомдан уятты, һәм серле төшөмдө бүлергә мәжбүр итте. Ғәҗәпләнеп тирә-яғыма үпкәле күҙ йүгерттем дә тертләп үк ҡуйҙым: "Өнөммө был төшөммө", - тип тәрән уйға сумдым.

Серле төш (үткәндәргә ҡайтып әйләнеү)
Серле төш (үткәндәргә ҡайтып әйләнеү)

Их ниңә генә уяндым һуң? Серле төшөмдән һис айырылырға теләмәй дауамын күреп бөтәһе килеп, күҙҙәремде кире йомдом. Тик, үкенескә ҡаршы, йоҡом осто, ә төшөм томан пәрҙәһе артына ҡасты.

Һәр иртәне йылмайып уянырға кәрәклеген белһәм дә, бөгөн мин ниңәлер моңһоуланып уяндым.

Уянғас ултырып тәмләп иртәнге сәйемде эсеп алғандан һуң, хәтирәләр һандығында ҡаҙынырға тотондом. Төшөмдә күргәнемде берәм-берәм ентекләп күҙ алдынан үткәрҙем. Йыраҡта бик алыҫта тороп ҡалған вайымһыҙ бала сағыма, гөрләп сәскә атҡан йәшлек таңыма алып ҡайтты мине бөгөнгө тылсымлы төшөм...

Шау сәскәле йәшел хәтфә болондарҙа аунаған, ялан аяҡ ауыл урамында уйнаған, тәүге тәпәй һалған эҙҙәр буйлап йөрөттө лә Һәләүек буйына етәкләп алып төштө. Һыу сәсрәтеп уйнағандар, балыҡ кеүек йөҙөп сумғандар, селтерәп кенә аҡҡан Һәләүегем ағышы, сут-сут килеп талдарға ҡунып һайраған ҡоштар тауышы: барыһы бергә ҡушылып бер илаһи сихри моңға әүерелеп, күңелдең иң нескә ҡылдарына ҡағылып үткәндәргә әйҙәне.

Бына бит ниндәй хозурлыҡ, бер керһеҙ сафлыҡ паклыҡ, яҡты матур хәтирәләр йыйнаған бала саҡ үҙенә.

Һыҙылып ҡына алһыу таң ата! Ҡыҙҙар тауы артынан ҡояш алтын көмөш нур ептәрен һуҙа. Иң тәүҙә урман-туғайҙарҙа үҫкән ҡарағай, имән, ҡайын, тал, тирәк ағастарының сәсен тарап, наҙлап иркәләп үбә.

Һуңынан күпереп ятҡан диңеҙҙәй киң иген баҫыу ялан тулҡындарында сайҡала ла ауыл яғына ҡарап юл ала.

Ауылым шулай уяна, яңы көн башлана...

Таң беленә башлау менән, тирә-яҡтың һиҙгер йоҡоһоҙ әтәстәре бер-береһенән уҙҙырып, тамаҡтары ҡарлығып бөткәнсе ҡысҡыра: тороғоҙ...уянығыҙ... йоҡлап ятып ҡалмағыҙ тигән кеүегерәк.

Ауылым шулай уяна... Яңы яҡты көн тыуа...

Юғары яҡ остан ауыл көтөүселәре Әғзәм ағай менән Миңлеғәле ағайҙың сыбыртҡы шартлатҡаны, тыңлауһыҙ аҙғын һыйыр малдарына шелтәләп ҡысҡырған тауыштары, ауылдың бер осонан икенсе осона иртәнге тынлыҡты боҙоп, бик асыҡ яңғырап ишетелеп тора.

Ауылым шулай уяна, бар донъя ҡояш нурына урала.

Ауыл урамдары, ялан баҫыу ҡырҙары: трактор, машина, комбайн тауышы менән тула, әйтерһең умарта айырамы ни, гөжләп ҡайнап тора.

Йорт эштәре таң ҡараһынан эңер төшкәнсе, тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек ваҡ-төйәк эш муйындан. Иҫ китерлек бит, нисек өлгөрҙөләр икән беҙҙең әсәйҙәр, өләсәйҙәр?

Өй тулы бала-саға, йорт тулы мал-тыуар, ихата тулы ҡош-ҡорт, шуларҙың барыһына ла етешергә кәрәк.

Балаларының өҫтө таҙа бөхтә, тамаҡтары туҡ тәрбиәле, өйҙә йәшелсә баҡсаһы ла тәрбиә көтә, ялан баҫыуында гектарлап сөгөлдөр. Хәләл ефетенең эштән ҡайтыуына аш-һыу әҙерләп, яҡты йөҙ күрһәтеп ҡаршы алырға ла өлгөрә. Ниндәй уңған эшһөйәр, рухи яҡлап көслө лә, тыйнаҡ аҡыллы, сабыр холоҡлы, түҙемле, ипле булғандар беҙҙең әсәйҙәребеҙ һәм өләсәйҙәребеҙ.

Көнө буйы эш менән мәшғүл булғанға, аҙып-туҙып йөрөргә ваҡыттары ла, теләктәре лә булмағандыр. Ғаилә ныҡлығы татыулығы, ҡатын-ҡыҙ күркәмлеге, тоғролоғо, сафлыҡ тыйнаҡлылығы, яулыҡ ябынған йөҙөнән әллә ҡайҙан нур һибеп бөркөлөп торған.

Донъя көтәм, балалар үҫтерәм, кешенән кәм-хур булмайым, әҙәм көлкөһөнә ҡалмайым тип, ер тырнап тир түккән. Балаларына өлгөлө тәрбиә, йәмғиәткә файҙалы, кешеләргә инсафлы, эш һөйәр итеп тәрбиә бирә белгәндәр. Нисек кенә түҙгәндәрҙер һуң беҙҙең ҡәҙерле һөйкөмлө әсәйҙәр?

Донъялар шаҡтай күҙгә күренеп үҙгәрҙе, алға китеш, үҫеш көнкүреш үҙгәреше.

Газы, һыуы өйҙә, көйәнтәләп Һәләүектән йә ҡойонан һыу ташыйһы түгел, өй йылытам тип мейес тә яғаһы юҡ.

Автомат машина кер йыуа, мультиварка бешерә, микроволновка йылыта, һыуытҡысы һыуыта, хатта посудаһын да йыуып бирә.

Йәшәү шарттары еңеләйҙе, әкиәт донъяһында йәшәгән кеүекбеҙ.Тик шулай ҙа кешегә ниҙер етмәй, бер-береһенә ҡарата мөнәсәбәт етди рәүештә үҙгәрҙе, ғөмүмән, михнәткә түҙеп өйрәнгән халҡым рәхәткә сыҙамай ҡотора. Бисмиллаһыҙ нәфсе ҡолона әүерелә, алдашыу, талау, үлтереш, кеше йәберләү, мәсхәрәләү ҡайҙан сыға һуң был саҡлы ҡәбәхәтлек???

Ғәмһеҙлек??? Ғәҙелһеҙлек???

Бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белмәй, яҡындарыбыҙҙың аһ-зарын ишетмәй, туғандарҙы иш итмәй, бер ҡарындаш туғаныңды һанламау, кеҫә ҡалынлығына дәрәжәгә ҡарау, көнләшеү, үсләшеү...

Ҡайҙан тыуа был хәтлем ҡәбәхәтлек???

Фани донъяға мәңгегә килгән кеүек, киң донъяға һыймай, байлыҡ донъя малы тип күҙгә аҡ-ҡара күренмәй нәфсегә хужа була алмай, хәлһеҙҙе тапап иҙеп, һаман үрмәләйбеҙ үрҙәргә. Бөтә донъя аҡсаға бәйләнгән, кеҫәң ҡалын булһа, һинең дәрәжәң дә өҫтөн, ә хәлең мөшкөлөрәк икән, тимәк икенсе ҡатламға бүленәһең...

Түләп эшләтеү заманаһы хөкөм итә, ә изгелек эшләү, ярҙам итеү сифаты, рәхмәт һүҙе ишетеү ниңәлер бөгөн ят ҡылыҡ. "Рәхмәтте кеҫәгә һалып булмай, икмәккә лә май итеп яғылмай", - тигән һүҙ телмәре хәҙер көнкүрештә йыш ҡулланыла, ошо етешһеҙлектәрҙе күреп үҫә лә инде беҙҙең йәш быуын балалары.

Беҙ үҫкәндәге тәртип, әҙәплелек, берҙәмлек юҡҡа сыҡты хәҙер. Кеше кешегә күршеһенә кермәй, үҙ күләгәһенән үҙе шөрләп, ҡырыҡ йоҙаҡҡа бикләнеп, бары тик үҙе өсөн генә йәшәй.

Заманалар хәтәр үҙгәрҙе, кешеләрҙе иләктән-иләп елгәрҙе. Көндән көн кешене таң ҡалдырып яңы ҡарар сығаралар, баш түрәләр хуҗалар нимә генә уйлайҙар.??? Бармы үларҙан берәр фәтеүә һәм файҙа??

Беҙ үҫкәндәге гөрләп торған, ауылыма йәм өҫтәгән, көнө-төнө эшләгән ырҙын табағы ҡайҙа??? Гараж тулы техникаһы???

Беҙҙең колхозда ғына күпме фермалар бар ине, ауылға ҡайтып керһәң, шул иҫке ташландыҡ емерелеп бөткән фермалар һөлдәһе ҡаршы ала, ошо күренеш йөрәкте әрнетә.

Гектарлап үҫкән иген баҫыуҙары сүп үләне, шайтан таяғына күмелеп ер Әсәне кәмһетә, рәнйетә. Гөрләп торған колхоз тарҡалды, ауыл халҡы эшһеҙ ҡалды.

Тәртипһеҙлек, енәйәт ҡылыуҙың төп сәбәбе эшһеҙлек түгелме ни?

Йәш ғаиләләр ҡоролоп та өлгөрмәй тарҡала, ғаилә башлыҡтары эш эҙләп, төрлө сит тарафтарға ҡарап юл ала.

Балаһының үҫкәнен күрә алмай, ҡатыны наҙына мәхрүм булып ситтә йөрөй.

Үзебеҙҙә эш булһа, шул хәлгә бер кем дә тарыҡмаҫ ине.

Ошо сетерекле һорауҙарға ҡайҙан яуап табырға?

Пенсия йәшен арттыралар, фабрика заводтарҙы яптыралар, кеше ҡайҙан эш табып көн күрергә тейешлеген, өҫтә утырған хужа-түрәләр ниңә уйламайҙар икән? Колхоздарҙы нығытып яңынан аяҡҡа баҫтырыу өсөн ниндәй тотҡарлыҡ, ҡаршылык ҡамасаулай һуң???

Ысынлап та, бөгөн күргән серле төшөмдән генә башлап ебәргән инем, әллә ҡайҙарға төшөп китеп төптән ҡаҙына башланым. Берүк ғәфү итә күрегеҙ, әллә ни юҡ барҙы яҙып ваҡытығыҙҙы алғаным өсөн. Бөгөнгө тормошҡа һоҡланып таң ҡалһам да, иртәгәһен уйлап ҡурҡындыра. Ниҙәр булып бөтөр, хәйерлегә генә булһын инде.

Ошо бөгөнгө күргән төшөмдөң өнгә әйләнгәнен теләр инем. Алға киткән интернет техникаһы ла кәрәк түгел, тик емерелмәһен ине колхоз арбаһы...

 

Римма Баймырҙина

Автор:
Читайте нас: