+15 °С
Облачно
Новости
16 Февраля 2023, 11:00

«Башҡорт мәҙәниәте йорто» этномузейы

Уны Белорет районы «Ағинәйҙәр» ойошмаһы ағзалары асҡан

Район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта хәбәр итеүенсә, улар экспозиция эшләү тураһында күптән хыялланған. Ошо тәҡдим менән ауыл советы башлығына мөрәжәғәт иткәндәр, етәксе башланғысты хуплаған һәм бина бүлгән. Экспонаттар туплауҙа ауылдаштары ярҙам иткән.

Шул рәүешле Тимер юл ауылында башҡорт мәҙәниәте һәм тарихы мөйөшө барлыҡҡа килгән. Бында башҡорттарҙың көнкүреше менән танышыуҙан тыш, сигеп, йөн иләп йәки бәйләп ҡарарға ла мөмкин. Музейҙа уҡыусылар өсөн экскурсиялар, ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрергә, тигән уй менән йәшәйҙәр. Бында байрамдарҙа, йолаларҙа, уйындарҙа ла ҡатнашырға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-02-16/v-bashkirii-selchanki-otkryli-etnomuzey-dom-bashkirskiy-kultury-3144771

 

«Башҡорт мәҙәниәте йорто» этномузейы
«Башҡорт мәҙәниәте йорто» этномузейы
«Башҡорт мәҙәниәте йорто» этномузейы
Автор:
Читайте нас