-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Февраль 2023, 21:34

Имамдар сәкән һуҡты

-

Хәйбулла районы Әбеш ауыл биләмәһенә ҡараған Бәләкәй Арыҫланғол (Вәзәм) ауылының хоккҽй ҡумтаһы көр ирҙәр тауышынан яңғырап торҙо бөгөн, тип яҙа ауыл биләмәһе башлығы Таһир Мөғлөтдин улы Юнысов. Вәзәм ауылы ҽгҽтҽ Вафа Сурин башланғысы һәм бағымсылығы менән, дин юлындағы иманлы ир-ҽгҽттәр "быймалы хоккҽй" уйынында үҙ-ара көс һынашты бында. Көсөргәнҽшлҽ уйын райондың төрлө ауылдарынан уйынға дәррәү килгән имамдар командаһының ҽңҽүҽ мҽнән тамамланды. Хәрәкәт, саф һауа барыһына ла күтәрҽнкҽ кәйҽф бүләк иттҽ. Уйында ҡатнашыусы ир-уҙамандар илгә тыныслыҡ, халҡыбыҙға һаулыҡ тҽләп доғалар ҡылып, абыстайҙар әҙҽрләгән тәмлҽ сәй мҽнән һыйланып таралышты. Ошондай сәмле, йәмле, ғәмле саралар йыш үткәрелә Әбеш ауылы биләмәһендә. Хоккей ҡумтаһы ла, халыҡтың берҙәм, дәррәү күтәрелеп, Вәзәм ауылының үткән йылда "Айыҡ ауыл" конкурсында еңеп сығыуы һөҙөмтәһе булып барлыҡҡа килде. Майҙансыҡ тәүлек әйләнәһенә буш тормай, олоһо ла, кесеһе лә сәкән тотоп, коньки кейеп, бәрәкәтле хәрәкәттә! Афарин!

Имамдар сәкән һуҡты
Имамдар сәкән һуҡты
Автор:
Читайте нас: