+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Февраль 2023, 16:00

Бүздәк районында яугир шағир Хәким Ғиләжевтең хәтер кисәһе ойошторола

Сарала Башҡортостандың халыҡ шағирҙары, яҙыусылар, журналистар, күренекле ғалимдар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, республиканың атҡаҙанған артистары ҡатнаша.

Шағир һәм прозаик, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан фронтовик, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Лоҡман-Хәким Ғиләжевтең тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы күсмә сара – «Мәңге йәшәр Ҡаңны егете» кисәһен һәм «Һалдат сафта ҡала» күргәҙмәһен уҙғара.

Тантаналы сара 1 мартта күренекле яҙыусының тыуған яғында – Бүздәк районында, Бүздәк ауылы Мәҙәниәт йортонда үтә.

Сарала Башҡортостандың халыҡ шағирҙары, яҙыусылар, журналистар, күренекле ғалимдар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, республиканың атҡаҙанған артистары ҡатнаша.

Күргәҙмәлә Милли әҙәбиәт музейы фондынан китаптар, фотоһүрәттәр, яҙыусының шәхси әйберҙәре һәм башҡа материалдары тәҡдим ителә.

Сара иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана.

https://kulturarb.ru/ba/news/b%D2%AFzd%D3%99k-rajonynda-yaugir-sha%D2%93ir-h%D3%99kim-%D2%93il%D3%99zhevte%D2%A3-h%D3%99ter-kis%D3%99%D2%BBe-ojoshtorola

Бүздәк районында яугир шағир Хәким Ғиләжевтең хәтер кисәһе ойошторола
Бүздәк районында яугир шағир Хәким Ғиләжевтең хәтер кисәһе ойошторола
Бүздәк районында яугир шағир Хәким Ғиләжевтең хәтер кисәһе ойошторола
Бүздәк районында яугир шағир Хәким Ғиләжевтең хәтер кисәһе ойошторола
Автор:
Читайте нас: