Фестиваль өс йүнәлеш буйынса ике йәш төркөмөндә (16 йәшкә тиклем һәм унан өлкәнерәк) уҙғарыла: үҙең ижад иткән шиғырҙар конкурсы, тасуири уҡыусылар конкурсы, Әнғәм Атнабаев шиғырҙарына йырҙар башҡарыусылар конкурсы. Беренсе этап 1 февралдән 13-нә тиклем онлайн уҙғарыла, икенсе этапты 2023 йылдың 21 февралендә Иҫке Күрҙем ауылы мәҙәниәт йортоноң тамаша залында үткәреү күҙаллана. Фестиваль Ә.Атнабаевтың һәм Башҡортостандың башҡа күренекле шағирҙарының әҙәби ижадын пропагандалау һәм артабан үҫтереү, уның эстетик тәрбиәләге ролен көсәйтеү маҡсатында үткәрелә.