Рәсәй Президенты Владимир Путин 2023 йылды Уҡытыусы һәм остаз йылы тип иғлан итте.
«Уҡытыусы һәм остаз йылының бурысы – ошо һөнәргә иғтибар йүнәлтеү, уҡытыусыларыбыҙға тейешле хөрмәт күрһәтеү генә түгел, ә йәштәрҙең педагогикаға ҡыҙыҡһыныуын арттырыу, юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң мәктәпкә эшкә киләсәк ижади, һәләтле, әүҙем абитуриенттарҙы педагогик вуздарға йәлеп итеү», - тине Хөкүмәт Рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова.
Был йүнәлештәге башҡарыласаҡ эштәр ил Президентының май указдарына ярашлы тормошҡа ашырылған “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) ҡуйған бурыстарҙы хәл итеүгә лә булышлыҡ итәсәк.