+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Февраль 2023, 11:00

«Ҡыңғырауҙар сыңы»

Республика балалар театрҙары фестивале башлана

Был аҙнала Республикала балалар драма, ҡурсаҡ (бирсәткәләр, таяҡтар, марионеткалар, күләгәле һ.б.), музыкаль театрҙар (хореография спектакле, опера, мюзикл) араһында «Ҡыңғырауҙар сыңы» Республика балалар театрҙары фестиваленең һайлап алыу туры башлана.

Тәүге һайлап алыу туры ҡатнаш форматта 2023 йылдың февраль-мартында график буйынса уҙа. Финал туры һәм йомғаҡлау сараһы 2023 йылдың 19-20 апрелендә Ауырғазы районында фестивалдең һайлап алыу туры йомғаҡтары буйынса уҙа.

Фестиваль балаларҙы театр мәҙәниәтенә, драматургияға, музыкаға һәм хореографияға йәлеп итеүгә; театр сәнғәтенең төрлө төрҙәрендә эшләгән иң яҡшы балалар коллективтарын асыҡлауға; театр сәнғәтенең төрлө жанрҙарында һәләтле башҡарыусыларға ярҙам итеүгә; төрлө жанрҙағы театр коллективтары етәкселәренең профессиональ кимәлен күтәреүгә һ.б. йүнәлтелгән.

Фестивалде ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика Халыҡ ижады үҙәге, Ауырғазы районы хакимиәте, Башҡортостан Республикаһының Театр эшмәкәрҙәре союзы.

https://kulturarb.ru/ru/news/nachinaetsya-respublikanskij-festival-detskih-teatrov-perezvon-kolokolchikov-%D2%A1y%D2%A3%D2%93yrau%D2%99ar-sy%D2%A3y

 

«Ҡыңғырауҙар сыңы»
«Ҡыңғырауҙар сыңы»
«Ҡыңғырауҙар сыңы»
«Ҡыңғырауҙар сыңы»
Автор:
Читайте нас: