-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Февраль 2023, 13:12

8 февралдә Өфөлә «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе — 2023» республика конкурсының зональ этабы уҙғарыла.

-

Ул әхлаҡи-эстетик мәҙәниәт нигеҙҙәрен булдырыу, башҡорт фольклорын һаҡлау һәм үҫтереү, ғаилә ҡиммәттәрен популярлаштырыу маҡсатында уҙғарыла, тип хәбәр иттеләр «Башинформ»ға Өфөнөң мәҙәниәт һәм сәнғәт идаралығынан.

Проектта Башҡортостандан һәм Рәсәйҙең башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәренән башҡорт телендә һөйләшкән бөтә ғаиләләр ҙә ҡатнаша ала, йәш  сикләнмәй.

Ғаилә видеороликтарын конкурс буйынса һайлап алыу Ҡаланың мәҙәни-ял үҙәгендә ойошторола. Архангел, Ауырғазы, Өфө, Дәүләкән, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Шишмә райондарынан һәм Өфө ҡалаһынан килгән ғаризалар 6 февралгә хәтлем [email protected] электрон почтаһына ҡабул ителә.

Зональ этаптың конкурс эштәре:

— «Ғаиләнең визит карточкаһы» (видеоролик йәки презентация);

— «Ғаилә ырыуы тарихы» ( «Шәжәрә» менән таныштырыу);

— «Ғаилә байрамы» (ижади конкурс).

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-01-31/v-ufe-vyberut-obraztsovuyu-bashkirskuyu-semyu-3125139

Автор:Ләйлә Аралбаева
8 февралдә Өфөлә «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе — 2023» республика конкурсының зональ этабы уҙғарыла.
8 февралдә Өфөлә «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе — 2023» республика конкурсының зональ этабы уҙғарыла.
Автор:
Читайте нас: