+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Февраль 2023, 11:00

Нефтекама филармонияһында премьера

2 февралдә Нефтекама дәүләт филармонияһы "Батырҙар ере" театрлаштырылған концерттың премьераһына саҡыра һәм Рәсәйҙең данлы тарихын бергәләп байҡау яһарға тәҡдим итә.

Нефтекама филармонияһында премьера
Нефтекама филармонияһында премьера

Программаға Совет һалдаттарының Бөйөк ватан һуғышы йылдарындағы ҡаһарманлығы тураһында популяр йырҙар, тыуған илгә, уның данлы тарихына ихлас һөйөү менән һуғарылған хәрби-патриотик композициялар ингән.

"Беҙҙең яңы проект легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы иҫтәлегенә арнала. Уның һыбайлылары Ватан өсөн фиҙаҡәр һуғышҡан, фашистарҙы дер ҡалтыратҡан. Дивизияның данлы яугирҙәре һәм уның командиры, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың батырлыҡтары – үлемһеҙ! Яңы программа көҙгөһөн күрһәтелгән “Рәсәй – Тыуған илем!" концертының логик дауамы булып тора. Әгәр ул саҡта Ер-Әсә образын данлаһаҡ, хәҙер уның улдары – яҡлаусылары тураһында һөйләрбеҙ",- тине филармонияның художество етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ артисы Айбулат Рәхмәтуллин.

Сценарий авторы – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Динара Ҡәйүмова Миңлеғәле Шайморатовтың образын ҡаһарман яугир итеп кенә түгел, матур күңелле кеше, хәстәрлекле атай булараҡ та һынландырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған.

"Төп идея – батыр булып тыумайҙар, ә тырышлыҡ һәм матур сифаттар арҡаһында батыр булып китәләр, тигән хәҡиҡәтте йәш тамашасыға еткереү. Сценарийға генерал Шайморатовтың бала сағы тураһында күренештәр инде, ул яп-ябай ауыл малайы була, тик, күп тиҫтерҙәренән айырмалы, маҡсаттарына нығыраҡ ынтыла. Геройҙың ҡыҙы Октябрина менән диалогтарында уның кешелек сифаттары асыла», - тип һөйләне «Башҡортостандың мәҙәни донъяһына» Динара Ҡәйүмова.

Яңы программа өсөн филармония коллективы репертуарға ике башҡорт халыҡ йырын индергән – оркестр оҙатыуында һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Иршат Ҡарасурин башҡарыуында "Һалдат йыры" һәм ир-егеттәр составы башҡарыуында«Суҡан батыр» йыры.

Концерттың ҡуйыусы режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фирғәт Ғарипов.

Билеттар кассала һәм сайтта https://ufa.kassy.ru/venue/gaukii-neftekamskaya-gosudarstvennaya-filarmoniya-55/80/.

Пушкин картаһы ғәмәлдә.

https://kulturarb.ru/ba/news/neftekama-d%D3%99%D2%AFl%D3%99t-filarmoniya%D2%BBy-112-se-bash%D2%A1ort-kavaleriya-diviziya%D2%BBy-yaugir%D2%99ary-i%D2%ABt%D3%99legen%D3%99-premera-%D3%99%D2%99erl%D3%99j

 

Автор:
Читайте нас: