+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ғинуар 2023, 13:00

Баш ҡалабыҙға арналған күргәҙмә

Ул Өфөнөң тарих музейында асыла. Тулыраҡ:

Шишәмбе, 31 ғинуарҙа, Өфө ҡалаһының тарих музейында рәссам Елена Абушахминаның «Өфө портреты» исемле күргәҙмәһе асыласаҡ. Үҙенең картиналарында ул XVIII-XIX быуат йорттары һәм усадьбалары, иҫке ихаталары менән сауҙагәрҙәр ҡалаһының боронғо өлөшөнөң мәҙәниәтенә, архитектураһына һәм көнкүрешенә шәхси мөнәсәбәтен сағылдыра.

Елена Абушахмина Өфөлә тыуып үҫкән. 82-се гимназияны тамамлаған, Өфө дәүләт нефть техник университетында бакалавр дипломын уңышлы яҡлаған. Һуңынан Мәскәүҙә йәшәй, Ломоносов исемендәге химия академияһында уҡый. Магистр дәрәжәһен алғандан һуң донъя буйлап күп сәйәхәт итә, әммә тыуған ҡалаһына ҡайта һәм уны бөтөнләй яңыса күрә. Бала саҡ хыялдары хаҡында хәтергә төшөрөү мөмкинлеге барлыҡҡа килә – Елена бала саҡтан күп һүрәт төшөрә һәм рәссам булырға хыяллана! Ул өфө художество-гуманитар колледжын яҡшы билдәләргә тамамлай, бер үк ваҡытта А.Кузнецов исемендәге №1 һанлы балалар художество мәктәбенең киске бүлегендә билдәле рәссамдар Юрий Григорьев һәм Рәмил Мостаевтың тәжрибәһен өйрәнә.

Елена Абушахмина төрлө сәнғәт күргәҙмәләрендә даими ҡатнаша, шул иҫәптән БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, халыҡ-ара педагог-рәссамдар союзы, БР Мәғариф министрлығы яғынан, Бөтә Рәсәй ижади йүнәлешендәге акцияларҙы хуплай, халыҡ-ара рәссамдар союзы ағзаһы булып тора.

Рәссамдың эштәре менән 1 мартҡа тиклем Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 72 адресы буйынса танышырға мөмкин.

Билеттарҙы Пушкин картаһы буйынса һатып алырға мөмкин.

 

https://kulturarb.ru/ru/news/v-muzee-istorii-goroda-ufy-otkryvaetsya-vystavka-posvyashhennaya-bashkirskoj-stolice

 

Баш ҡалабыҙға арналған күргәҙмә
Баш ҡалабыҙға арналған күргәҙмә
Баш ҡалабыҙға арналған күргәҙмә
Баш ҡалабыҙға арналған күргәҙмә
Автор:
Читайте нас: