+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ғинуар 2023, 15:00

«Төньяҡ амурҙары»

Радий Хәбиров «Төньяҡ амурҙары» йәнһүрәтен федераль кимәлдә танытыу мәсьәләһен тикшерҙе

26 ғинуарҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «КАРО» киноселтәренең генераль директоры Алексей Рязанцев менән осрашты. Осрашыуҙа директор Артур Абдрахманов етәкселегендәге «Муха» студияһының ижади коллективы ла ҡатнашты.

«Муха» тулы метражлы «Төньяҡ амурҙары» йәнһүрәте өҫтөндә эште тамамлай, тип билдәләне республика етәксеһе. Яҡтар уны Рәсәйҙә күрһәтеү мөмкинлектәре тураһында фекер алышты.

Йәнһүрәтте Радий Хәбиров булышлығында «Башҡортостан» киностудияһы менән берлектә Өфөнөң «Муха» студияһы төшөргән. Унда ике һуғышта: 1788 йылғы рус-швед һәм 1812 йылғы Ватан һуғыштарында әүҙем ҡатнашҡан башҡорттарҙың тарихы төп урында тора. Француздар ҡыйыу башҡорт атлыларын, уҡ-йәйә менән оҫта эш иткәндәре өсөн боронғо Рим илаһы менән сағыштырып, «төньяҡ амурҙары» тип атаған.

«Беҙҙең кинематограф әүҙем үҫешә. Яңыраҡ Мостай Кәримдең «Һеңлекәш» һәм «Өс таған» әҫәрҙәре буйынса картиналар, Булат Йосоповтың «Бабич», «Беренсе Республика», «Шағир көндәлеге» милли трилогияһы сыҡты. Ә «Төньяҡ амурҙары» йәнһүрәте айырыуса көнүҙәк. Ул Рәсәйгә йәш быуынды тәрбиәләүҙә хеҙмәт итер тип ышанам. Был йәнһүрәттең илебеҙҙең ысын мәҙәни ваҡиғаһы булыуын теләйбеҙ», – тине Радий Хәбиров.

Алексей Рязанцев йәнһүрәтте федераль кимәлгә сығарыу өсөн бер нисә вариант тәҡдим итте. «Төньяҡ амурҙары» 29 ғинуарҙа Мәскәүҙең Кино йортонда күрһәтелә.

Радий Хәбиров республиканың Мәҙәниәт министрлығына республикала һәм илдә картинаны танытыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.

 

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-01-26/radiy-habirov-obsudil-prodvizhenie-multfilma-severnye-amury-na-federalnom-urovne-3120596

 

«Төньяҡ амурҙары»
«Төньяҡ амурҙары»
«Төньяҡ амурҙары»
«Төньяҡ амурҙары»
Автор:
Читайте нас: