+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ғинуар 2023, 13:00

«Мираҫ» ансамбле федераль программала ҡатнаша

Ансамбль Силәбе өлкәһенең һәм Пермь крайының 10 ашыу ҡала һәм ауылдарында сығыш яһаясаҡ

Өфөнөң «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле Силәбе өлкәһенең һәм Пермь крайының 10 ашыу ҡала һәм ауылдарына гастролдәргә сығырға ниәтләй.

«Башинформ»ға коллективтың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быға ансамблдең икенсе йыл рәттән «Беҙ — Рәсәй» федераль программаһында ҡатнашыуы һөҙөмтәһендә өлгәшелде.

2023 йылда «Беҙ — Рәсәй» программаһы сиктәрендә бөтәһе 55 гастроль турын уҙғарыу күҙаллана, унда 51 ижади коллективтың ҡатнашыуы көтөлә. Гастролдәр илдең 81 төбәгендә һәм 216 ҡала-ауылдарында ойошторола.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Мираҫ» ансамбле федераль программала былтыр ҡатнаша башланы. Ул саҡта коллектив Ханты-Манси автономиялы округы — Югра буйлап гастролдә йөрөнө, тип хәбәр иткәйне «Башинформ». Тур коллективтың 30 йыллығына арналды.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-01-25/ansambl-miras-planiruet-bolshie-gastroli-v-chelyabinskoy-oblasti-i-permskom-krae-3117735

Фото: «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле

«Мираҫ» ансамбле федераль программала ҡатнаша
«Мираҫ» ансамбле федераль программала ҡатнаша
Автор:
Читайте нас: