+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ғинуар 2023, 12:28

Элвин Грей Өфөлә бушлай концерт менән сығыш яһай

Кәйеф өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөмә алам, ти ул

Элвин Грей (Радик Юлъяҡшин) Өфөлә бушлай сығыш яһай. Концерт 4 февралдә «Биатлон» спорт-һауыҡтырыу комплексында ҡышҡы спорт төрҙәре көнөндә була. Был хаҡта Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы социаль селтәрҙә хәбәр итте.

«Өфө! 4 февралгә пландарығыҙ нисек? Был көндө кәйеф өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөмә алырға булдым. Был ҡышҡы шәмбене һеҙҙең менән үткәрербеҙ», — тип яҙҙы популяр йырсы.

Биатлон буйынса Рәсәй беренселегендә иң яҡшылар һәм лайыҡлылар көс һынаша.

«Барыһы ла яҡшы кәйеф менән саңғыға! Көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана! Һәр берегеҙҙе көтөм ҡалам!» — тип саҡырҙы Элвин Грей.

Ләйлә Аралбаева

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-01-26/otvetstvennost-za-nastroenie-beru-na-sebya-elvin-grey-besplatno-spoet-v-ufe-3119277

Элвин Грей Өфөлә бушлай концерт менән сығыш яһай
Элвин Грей Өфөлә бушлай концерт менән сығыш яһай
Автор:
Читайте нас: