+5 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ғинуар 2023, 11:00

Баҡалы районында Нәжиб Асанбаевтың исеме мәңгеләштерелде

Саралар Баҡалы районы хакимиәте бюджеты сиҫәбенә финанслана.

Баҡалы районының мәҙәниәт һарайына башҡорт әҙәбиәте классигы, легендар «Ҡыҙыл паша» авторы Нәжиб Асанбаевтың исеме бирелде. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең тейешле ҡарарына 2023 йылдың 23 ғинуарында ҡул ҡуйылған. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Яҙыусының хәтерен мәңгеләштерергә Баҡалы районы хакимиәте тәҡдим иткән. Саралар Баҡалы районы хакимиәте бюджеты сиҫәбенә финанслана. Бойороҡтоң үтәлешен контролдә тотоу бурысы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры — иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратовҡа йөкмәтелгән.

Нәжиб Асанбаев (1921-2013) — күренекле башҡорт прозаигы, шағир, драматург, йәмәғәт эшмәкәре. «Башинформ» агентлығы сайтында яҙыусы тураһында очерк баҫылған.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-01-24/v-bashkirii-imya-pisatelya-nazhiba-asanbaeva-uvekovechili-na-ego-maloy-rodine-3116847

Автор:Ләйлә Аралбаева

Фото:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Баҡалы районында Нәжиб Асанбаевтың исеме мәңгеләштерелде
Баҡалы районында Нәжиб Асанбаевтың исеме мәңгеләштерелде
Автор:
Читайте нас: