+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ғинуар 2023, 15:08

"Йөрәк һүҙе" шиғриәт бәйгеһендә үҙгәрештәр, яңылыҡтар бармы?

-

18 апрелдә Башҡортостандың дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә уҙасаҡ "Йөрәк һүҙе" шиғриәт бәйгеһендә үҙгәрештәр, яңылыҡтар бармы?
Был хаҡта проект авторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Наилә Сәфәрғоловаға беҙҙең һорауға яуап бирҙе:

Туған телебеҙ - башҡорт телен яҡлау һәм һаҡлау ниәте менән тыуған "Йөрәк һүҙе" шиғриәт бәйгеһенең дауамлы булыуы хаҡында, мин проект авторы булараҡ, бөтөнләй уйламаған инем. Әммә, халҡыбыҙҙың уны күтәреп алып, үҙ итеүе һәм әйтеләһе һүҙҙәрҙең урғылып тороуы "Йөрәк һүҙе" нә ғүмер өҫтәне тип әйтһәм, ул хата ла, фәстереу ҙә булмаҫ. Ышанырлыҡмы ни, 5 йылда 5 "Йөрәк һүҙе " үтеп тә киткән! Ошо проекттың трибунаһы аша күпме ҡанһырап торған проблемалар, күңелде өйкәп торған әйтеләһе һүҙҙәр әйтелгән!..Беренсе шиғриәт бәйгеһенән үк "Йөрәк һүҙе" халыҡсанлыҡ яулап, республикабыҙҙың ғына түгел, сит өлкәләрҙә лә күпме тапҡыр үткәрелде һәм, бөгөнгө көнгә тиклем, үткәрелеп килә!.. Мин, халыҡты ялҡытып киткәндер, бәлки, тип быйыл уны уҙғармаска ла уйлағайным - милләттәштәребеҙ "Наилә апай, "Йөрәк һүҙе" бөгөн кәрәк, бөгөн кәрәк" тип, хатта, шиғырҙар яҙып һалғанға, Илшат Азамат улы менән һөйләшеп, халыҡ теләгенә ҡаршы килмәҫкә булдыҡ. Шулай итеп, быйыл, "Йөрәк һүҙе" шиғриәт бәйгеһе, ғәҙәтисә, Башҡортостандың дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә, 18 апрелдә уҙасаҡ. Ул әсәлек һәм илһөйәрлек темаларын күтәреп сығасаҡ. Шуны ла әйтеп үтәһем килә, күптән түгел фани донъяларҙан киткән беренсе Президентыбыҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов хаҡында ла шиғырҙар унда мотлаҡ яңғыраясаҡ. Майҙан тотоусылар, быйыл, яңғыҙ һәм парлы ла була ала. Парлыларҙы жюри бер бәйгесе итеп баһалаясаҡ. Ижади төркөмгә килгәндә инде, беҙҙең арала бары бер генә үҙгәреш буласаҡ, ул да булһа, музыкаль яҡтан биҙәүсе. Был вазифаны башҡарыусы билдәле композиторыбыҙ Урал Иҙелбаев буласаҡ. Мин уға ихлас ризалыҡ биреп, командабыҙға ҡушылыуына сикһеҙ рәхмәтлемен.

"Йөрәк һүҙе" шиғриәт бәйгеһендә үҙгәрештәр, яңылыҡтар бармы?
"Йөрәк һүҙе" шиғриәт бәйгеһендә үҙгәрештәр, яңылыҡтар бармы?
Автор:
Читайте нас: