Инеү ирекле, көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана. Адресы: Чкалов урамы, 131.
Әҙеһәм Исҡужин — башҡорт музыканты, халыҡ йырсыһы һәм педагог, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. 30 йылдан ашыу, 1961-1996 йылдарҙа, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында һәм 20-се урта мәктәптә эшләгән, унда ҡурай түңәрәктәре етәксеһе булған. Башҡортостандың Урал аръяғында барлыҡҡа килгән ҡурайҙа уйнауҙың классик традицияларын дауам итеүсе. Репертуарында 200-ҙән ашыу башҡорт халыҡ йыры һәм көйө бар. Азат Айытҡолов, Риф Ғәбитов, Юлай Ғәйнетдинов, Айрат Ҡобағошов, Роберт Юлдашев һәм башҡалар — уның уҡыусылары. Темәс һәм Өфөнөң 9-сы балалар музыка мәктәптәренә, 1-се гимназия-интернаттың ҡурайсылар ансамбленә һәм ҡурай кабинетына Исҡужиндың исеме бирелгән; тыуған ауылындағы һәм Баймаҡ ҡалаһында урамдар ҡурайсының исемен йөрөтә. 2008 йылда Өфөлә Әҙеһәм Исҡужин исемендәге Асыҡ ҡала ҡурайсылар конкурсы булдырылған.