+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ғинуар 2023, 14:00

“Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2023"

Асыҡ республика конкурсына ғаризалар ҡабул итеү дауам итә.

Конкурс әхлаҡи-эстетик мәҙәниәт нигеҙҙәрен булдырыу, башҡорт фольклорын һаҡлау һәм үҫтереү һәм ғаилә ҡиммәттәрен популярлаштырыу маҡсатында уҙғарыла.

Конкурста Башҡортостанда һәм Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә күпләп йәшәгән башҡорттар, башҡорт телендә һөйләшкән бөтә ғаиләләр ҙә ҡатнаша ала.

Беренсе (зона) этаптың конкурс эштәре:

- “Ғаиләнең визит карточкаһы " (видеоролик йәки презентация);

- "Ғаилә ырыуы тарихы» (ғаилә шәжәрәһен күрһәтеү);

- “Ғаилә байрамы " (ижади конкурс).

Ғаризалар (ғариза, анкета һәм видеоролик) туғыҙ зона буйынса билдәләнгән үҙәктәрҙә: Туймазы, Күмертау, Салауат, Өфө, Нефтекама, Сибай ҡалалары һәм Мәсәғүт, Үрге Тәтешле ауылдарында ҡабул ителә. Рәсәй Федерацияһы субъекттарынан ғаризаларҙы Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йорто ҡабул итә.

Дәғүәселәрҙе һайлап алыуҙың зона этабы 10 февралгә тиклем үтәсәк. Республика этабы февраль аҙағына тиклем тамамланасаҡ. Еңеүселәрҙең исемдәре башҡорт ғаиләһе көнөндә, 1 мартта, Стәрлетамаҡ ҡалаһында үтәсәк финалда иғлан ителә.

Асыҡ конкурсты ойоштороусылар булып Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Халыҡ-ара йәмәғәт берекмәләре союзы, Халыҡтар дуҫлығы йорто сығыш яһай.

Конкурсты уҙғарыу шарттары һәм ғаризалар ебәреү өсөн электрон адрестар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе – 2023» асыҡ республика конкурсы тураһындағы  Положениела танышырға мөмкин.

 

https://kulturarb.ru/ru/news/prodolzhaetsya-priem-zayavok-na-konkurs-obrazcovaya-bashkirskaya-semya-2023

 

“Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2023"
“Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2023"
“Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2023"
“Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2023"
Автор:
Читайте нас: