+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ғинуар 2023, 16:18

Ялдарығыҙ матур, файҙалы үтеүен теләп, дуҫтар

-

“Ашҡаҙар” төркөмө халыҡсан йырҙарҙан торған өр-яңы программа тәҡдим итә

21 ғинуарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе сәхнәһендә “Ашҡаҙар” башҡорт эстрада-фольклор төркөмө «Күңелемдең моңло ҡылдары» исемле программаһының премьераһын тәҡдин итә. 

Концертта халыҡ яратып тыңлаған фольклор йырҙары, башҡорт эстрадаһы хиттары яңғыраясаҡ.

Филармония солистары – Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Ғафуан Фәзуллин, Рәмил Әбүбәкеров, Ришат Хәмитов, солистар Зөлфиә Әбүбәкерова, Гүзәлиә Татлыбаева, Зарина Ҡотлоғужина, Эльмира Баймырҙина шәмбе кисен дуҫтарса йылы мөхиттә үткәрергә саҡыра.

Тамашасыларҙы шулай уҡ солист-инструменталистар – БР-ҙың атҡаҙанған артисы Миңлеғәли Хәсәнов, Динар Абдуллин, Азамат Асаинов, Альберт Яппаров башҡарыуында композициялар ҡыуандырасаҡ.

Художество етәксеһе - Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Лира Фәйзуллина.

Тамаша киске 6-ла башлана.

Йәш сикләүе: 6+

Билеттар: https://sgtko.ru/afisha/event/elemde-mo-lo-yldary/

Белешмә өсөн телефон: 8 (3473) 43-98-18

 

Өфөлә Хөсәйен Әхмәтовтың тыуған көнөнә арналған концерт үтәсәк

Башҡорт дәүләт филармонияһы легендар композитор, РСФСР-ҙың халык артисты, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөсәйен Фәйзулла улы Әхмәтовтың исемен йөрөтә һәм йыл да олуғ шәхескә арналған проект менән сығыш яһай.

Был проект быйыл да үҙ көсөндә һәм композиторҙың иң популяр йырҙарын, романстарын, сиюталарын сәхнәгә сығара. 22 ғинуарҙа үтәсәк концертта Башҡортостан Республикаһының халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестры, филармония йырсылары, Заһир Исмәғилов исемендәге сәнғәт институты һәм Өфө сәнғәт училищеһы студенттары ҡатнашасаҡ.

Хөсәйен Әхмәтовтың һүнмәҫ рухи мираҫын бөгөн йәшәтеүсе, һаҡлаусы һәм киләһе быуындарға тапшырыусы сәнғәт әһелдәре бөтәһе бергә ошо һоҡланғыс матур сарала йыйыласаҡ.

 

Мәғлүмәт - https://kulturarb.ru/ba/news/өfөlә-hөsәjen-әhmәtovtyң-tyuғan-kөnөnә-arnalғan-koncert-үtәsәk

 

Ялдарығыҙ матур, файҙалы үтеүен теләп, дуҫтар
Ялдарығыҙ матур, файҙалы үтеүен теләп, дуҫтар
Ялдарығыҙ матур, файҙалы үтеүен теләп, дуҫтар
Автор:
Читайте нас: