+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ғинуар 2023, 13:00

«Осоу өсөн ҡанаттар бар»

Назар Нәжмиҙең 105 йыллығына уның фестиваль-конкурс уҙғарыла

 
3 февралдә Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми исемендәге «Осоу өсөн ҡанаттар бар» шиғриәт фестиваль-конкурсы уҙа. Шағирҙың тыуыуына 105 йыл тулыуға арналған сара уның тыуған төйәге Дүртөйлөлә ойошторола. Конкурста ҡатнашыуға авторҙар саҡырыла, йәш буйынса сикләүҙәр юҡ. Теләгән темаға рус, башҡорт, татар телдәрендә яңы, шулай уҡ быға тиклем баҫылған әҫәрҙәр ҡабул ителә. Эштәрҙе 17 ғинуарҙан 1 февралгә саҡлы электрон почтаға ([email protected].) ебәрергә кәрәк. Авторҙарҙың әҫәрҙәрен тыңлау 3 февралдә Үҙәк район китапханаһында уҙғарыла. Адресы: Рәзил Мусин урамы, 72. Сара иртәнге сәғәт 10-да башлана.
Фестиваль-конкурс программаһы концерт һәм фестивалдә ҡатнашыусыларҙы бүләкләү менән тамамланасаҡ. Еңеүселәрҙе наградлау тантанаһы Дүртөйлө ҡалаһы, Ленин урамы, 7 адресы буйынса Мәҙәниәт һарайында үтәсәк. Сара киске сәғәт 7-лә башлана. Һәр ҡатнашыусы грамота, ә конкурс еңеүселәре дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнәсәк. Конкурс еңеүселәренең әҫәрҙәре социаль селтәрҙә баҫылып сығасаҡ һәм район, республика баҫмалары биттәрендә баҫтырырға тәҡдим ителәсәк. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (34787) 22409, 8 917 734 89 36. 
Авторы: Ләйлә Аралбаева
Сығанаҡ: Башинформ.
«Осоу өсөн ҡанаттар бар»
«Осоу өсөн ҡанаттар бар»
Автор:
Читайте нас: