Юлдыбай ауыл китапханаһының 2023 йылдың тәүге эш аҙнаһы бик әүҙем башланды.
Аҙна башында район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов ҡатнашлығында, "Айыҡ ауыл" республика конкурсына әҙерлек буйынса ойоштороу комитетының сираттағы киңәйтелгән ултырышы үтте.
13 ғинуар иһә, ауылыбыҙҙың оҫта ҡуллы ағинәйе Вәлеева Рәшиҙә Әҙеһәм ҡыҙы Урал аръяғы агроинженерия колледжы студенттарына ҡорама ҡораү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Был мауыҡтырғыс дәрескә ағинәйҙәребеҙ һәм ҡыҙыҡһыныусылар ҙа килде.
Рәшиҙә апай ауылыбыҙҙа иң оҫта ҡуллы ағинәйҙәр рәтендә тора, ике тиҫтәнән ашыу тегенсе булып эшләнә. Аҙаҡҡы ун йылдан ашыу ваҡыт эсендә күп кенә мауыҡтырғыс ҡул эштәре менән булыша оҫтабыҙ. Рәшиҙә Әҙеһәм ҡыҙы атлас таҫмаларҙан аҡҡоштар, сәскәләр, сувенирҙар яһай, бисерҙан селтәрҙәр, ҡашмауҙар эшләй, башҡорт милли кейеме тегә, ә матур итеп ҡорама ҡорауына оҫтабыҙға етеүсе юҡ.
Ҡорама ҡорау – халҡыбыҙҙың борондан килгән матур шөғөлдәренең береһе. Ҡорамаға тотонорға ҡасандыр етешһеҙ тормош, мохтажлыҡ мәжбүр итһә, бөгөн иһә үҙенсәлекле, милли колоритлы матурлыҡ тыуҙырыу халыҡ кәсебенә әйләнде.
Халҡыбыҙҙың йола кәсептәрен тергеҙеү, йәш быуынға еткереү, халҡыбыҙҙы милли асылын танытыу эшен, ҙур теләк һәм ихсаслыҡ менән атҡара беҙҙең оҫта ҡуллы ағинәйҙәребеҙ.
Рәшиҙә Әҙеһәм ҡыҙына Яңы йылда именлек, көс-ҡеүәт, зирәк, зиһен, ныҡлы һаулыҡ насип булһын. Алдағы көндәрҙә лә яңы эштәре менән беҙҙе ҡыуандырып торһон.