+11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Ғинуар 2023, 12:00

Кем ул "онотолған әҙәм"?

Назим Хикмәт пьесаһы буйынса ҡуйылған драма геройҙың еңел булмаған  яҙмышы хаҡында бәйән итә. Спектаклдән һуң тамашасыларҙы клиник психолог, психофизиолог, психосоматика буйынса терапевт Денис Калякин менән осрашыу көтә.

20 ғинуарҙа Илшат Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театрында Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең «Онотолған әҙәм» спектакле һәм психолог менән осрашыу-фекер алышыу була. Назим Хикмәт пьесаһы буйынса ҡуйылған драма геройҙың еңел булмаған яҙмышы хаҡында бәйән итә: «Заманында билдәле кеше булған, әммә аҙаҡ... хеҙмәттәштәре, дуҫтары, ҡатыны... бөтәһе лә уның хаҡта  онотҡан».  Спектаклдән һуң тамашасыларҙы клиник психолог, психофизиолог, психосоматика буйынса терапевт Денис Калякин менән осрашыу көтә. Осрашыу мөнәсәбәттәр, ышаныс, үҙ-үҙеңде баһалау темаһы менән ҡыҙыҡһынғандарға файҙалы буласаҡ. Режиссеры - Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы О.Ханов. Ролдәрҙә: Башҡортостан Республикаһының халыҡ артистары Илһам һәм Физәлиә Рәхимовтар, драма артистары Илгиз Әкимбәтов, кадрия Мифтахова, Рәсил Сынбулатов, Әлиә Зарипова, Илнур Аджитаров, Фәнил Карасурин, Ирек Ибраһимов. Художество етәксеһе - Илһам Рәхимов.

Кем ул "онотолған әҙәм"?
Кем ул "онотолған әҙәм"?
Автор:
Читайте нас: