+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Ғинуар 2023, 15:00

Арабыҙҙан йәшләй киткән Салауат башҡорт дәүләт драма театры акртисаһы Нәркәс Йомағужина:

"Бала саҡта табип булырға хыяллана инем..."

Нәркәс Йомағужина (Башҡортостандың атҡаҙанған артисы):

«Салауат театрын тыуған театрым, тип тә әйтә алам»

Тыумышым менән Баймаҡ районы Ҡолсора ауылынан. 2006 йылда Өфө дәүләт сәнғәт академияһының театр бүлеген тамамлап, Салауат театрына эшкә килдем. Курстың художество етәксеһе Әхтәм Әхәт улы Абушахманов булды. Институтты тамамлағас, ярты курс бергә тиерлек ошо театрға аяҡ баҫтыҡ. Сөнки Салауат театры өсөн махсус курс булдыҡ. Бергә килгәс ҡыйын да, күңелһеҙ ҙә түгел ине.

2006 йылда ҡыш көнө үк Салауат драма театрына килеп диплом эшен ҡуйырға тотоноуыбыҙ хәтерҙә. Мостай Кәрим әҫәре буйынса ҡуйылған «Ай тотолған төндә» трагедияһын бында сығарҙыҡ. Иртәнсәк актерҙар репетиция уҙғарҙы, төштән һуң – беҙ. Арабыҙҙан театр сәхнәләштергән спектаклдә ҡатнашыусылар ҙа булды. Диплом спектакленән һуң ошо театрҙа ҡалдыҡ инде. Көҙгөһөн остазыбыҙ Әхтәм Әхәт улы спектакль ҡуйырға килде. Был да үҙенә күрә бер ҡыуаныс өҫтәне беҙгә.

Театрҙағы беренсе ролем Әминә Яхинаның «Еҙ беләҙек» драмаһында булды. Шуны ла әйтеп үтмәү мөмкин түгел, театрға килгәс тә йәш актерҙарға Олег Закир улы Ханов бик ныҡ ярҙам итте, театр ҡанундарын өйрәтте, дөрөҫ йүнәлеш күрһәтте. Беҙҙең өсөн сәхнә теле дәрестәрен ойошторҙо ул. Шуға ла уҡыуыбыҙ бында килгәс тә дауам итте, тип әйтергә лә мөмкиндер.

Аллаға шөкөр, театрҙа матур ролдәрем күп булды. Баш режиссерыбыҙ Лиана Кәбир ҡыҙы ҡуйған спектаклдәрҙә лә, ситтән килгән режиссерҙарҙың әҫәрҙәрендә лә ролдәребеҙ бар. 

Салауат театрын тыуған театрым, тип тә әйтә алам. Сөнки Наилә Әбделхай ҡыҙы беренсе курстан алып һәр саҡ үҙҙәренә йәлеп итергә тырышты. Ҡайһы бер спектаклдәргә күмәк сәхнәгә лә алалар ине. Салауат театры нигеҙ һалған «Театр яҙы» фестивален беренсе көнөнән аҙағынаса ҡарағаныбыҙ хәтерҙә. Эшкә килгәндә коллектив менән уртаҡ тел табырға өлгөргәйнек инде. Һуңынан Салауат театры яратҡан эш урыныбыҙға, бындағы актерҙар яратҡан коллегаларыбыҙға әйләнде.

Ә актриса һөнәрен һайлау теләге көтмәгәндә тыуҙы тиергә мөмкин. Мин бала саҡта табип булырға хыяллана инем. 11-се класты тамамлар алдынан ғына ниңәлер сәнғәт йүнәлеше буйынса китергә теләнем. Сибай сәнғәт училищеһында театр бүлеге асылыуын ишеттем дә шунда документтарымды тапшырҙым. Ике йыл Сибайҙа уҡығандан һуң, Өфөгә сәнғәт институтына күстем. Ҡыҫҡаһы, өр-яңынан уҡый башланым. Шуға ла театр факультетында алты йыл уҡыным, тип әйтергә лә булалыр. Яҙмыш шулай ҡушҡандыр инде, күрәһең... Тормош иптәшем Мирас менән институтта танышып, театрға килгәс өйләнештек. Бөгөн ике ҡыҙыбыҙ бар. Өлкәне Өфөлә Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге һынлы сәнғәт гимназияһында 8-се класта уҡый, кесеһе үҙебеҙҙең янда, уға 11 йәш.

 

Башҡарған ролдәре:

Шәфәҡ – «Ай тотолған төндә» М.Кәрим (2006й.)
Джертруда – «Веер» К. Гольдони
Динара – «Еҙ беләҙек» Ә. Яхина (2006й.)
Людмила – «Һуңлап килгән мөхәббәт» А. Островский (2007й.)
Принцесса, Бесәй – "Кескәй Мук" В. Гауф (2007й.)
Ҡарһылыу, Герда - «Мультляндияға сәйәхәт» Я.Шарипов (2007й.)
Айһылыу Ғәниева – «Ете ҡыҙ» Н.Асанбаев (2008й.)
Рәүилә – «Ул ҡайтты» Ә.Атнабаев (2009й.)
Наҙлыгөл – «Риүәйәт» Т.Миңнуллин (2010й.)
Балконная – «Прощай, овраг» К.Сергиенко (2010й.)
Батшаның кесе ҡыҙы – «Борон-борон заманда» М.Бағаев (2011й.)
Света – «Game over. Уйын аҙағы» З.Сөләймәнов (2014й.)
Фәрештә – "Әлдермештән Әлмәндәр» Т.Миңнуллин (2014й.)
Царевна Лебедь – «Салтан батша хаҡында әкиәт» А.Пушкин (2014й.)
Нифи – «Өс сусҡа балаһы» З.Сөләймәнов (2015й.)
Баллыбанат - «Ерҙәштәр» М.Кәрим, А.Федоров инсц. (2016й.)
Тейен - «Бишкә тиклем һанайым...» М.Бартенев (2016й.)

Театрҙың 90 йыллығы уңайынан әҙерләнгән сығарылыш өсөн Г. Ҡаһарманова яҙып алды

 

Арабыҙҙан йәшләй киткән Салауат  башҡорт дәүләт драма театры акртисаһы Нәркәс Йомағужина:
Арабыҙҙан йәшләй киткән Салауат  башҡорт дәүләт драма театры акртисаһы Нәркәс Йомағужина:
Арабыҙҙан йәшләй киткән Салауат башҡорт дәүләт драма театры акртисаһы Нәркәс Йомағужина:
Автор:
Читайте нас: