+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ғинуар 2023, 15:00

«ИКЕ БАБАЙ»

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ МИЛЛИ МУЗЕЙЫНДА ФОТОҺҮРӘТТӘР КҮРГӘҘМӘҺЕ АСЫЛА

20 ғинуарҙа республиканың төп музейында Башҡортостандың күренекле фотожурналистары Рәйеф Баҙыҡов һәм Вячеслав Стрижевскийҙың «Ике бабай» тип аталған фотоһүрәттәр күргәҙмәһе үҙ эшен башлаясаҡ.

Экспозияла фоторәссамдар тарафынан төрлө йылдарҙа эшләнгән уникаль, үҙенсәлекле фотоһүрәттәрҙе күрергә мөмкин буласаҡ. Авторҙар төрлө хистәр тыуҙырыу көсөнә эйә булған тормошобоҙҙоң ғәжәйеп мәлен «тотоп» алған кадрҙар эшләүгә өлгәшкән. Улар күтәргән темалар ҡыйыулығы менән хәтерҙә ҡала, донъяуи ҡиммәттәр тураһында уйларға булышлыҡ итә.

«Ике бабай» күргәҙмәһендә урын аласаҡ фотоһүрәттәр бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Мәҫәлән, яңы тыуған сабыйҙың был донъялағы тәүге минуттарын күреү үҙе генә ни тора! Ошо һәм башҡа фотоһүрәттәрҙе күрергә теләһәгеҙ, һеҙҙе Башҡортостандың Милли музейында 20 ғинуарҙа көтөп ҡалабыҙ.
*
Рәйеф Баҙыҡов – Рәсәй фоторәссамдар Союзы ағзаһы, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемедәге республика, Рәсәй Фоторәссамдар союзының беренсе рәйесе Андрей Баскаков исемендәге «Фотосәнғәткә тоғролоҡ өсөн» Башҡортостан бүлеге премиялары лауреты.

Вячеслав Стрижевский – Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, сәнғәт фәне кандидаты, Башҡортостан Республикаһының дәүләт академия урыҫ һәм Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрҙарының элекке директоры.

https://youtu.be/UYvzm_ezTM8

«ИКЕ БАБАЙ»
«ИКЕ БАБАЙ»
«ИКЕ БАБАЙ»
Автор:
Читайте нас: