-6 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Ғинуар , 10:54

Өфөлә тәүге тапҡыр ҡыл-ҡумыҙға арналған шоу уҙасаҡ

-

20 ғинуарҙа «Башҡортостан» дәүләт концерт залында бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Зәлиә Ғәниәтуллинаның “Дала ҡыҙы” тип аталған үҙенсәлекле тамашаһы була. Моң һөйөүселәрҙе боронғо дәүерҙән алып беҙҙең көндәргә тиклемге сәйәхәт көтә.

Зәлиә Ғәниәтуллина 20 йыл дауамында боронғо башҡорт халыҡ уйын ҡоралы ҡыл-ҡумыҙҙы тергеҙеү һәм танытыу эшенә күп көс һала.

Ҡыл-ҡумыҙсының ижад кисәһендә шулай уҡ Өфөнөң «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле оркестры, «Хазина» этно-проекты, популяр ҡурайсылар Юлай Ҡасимов һәм Юнир Һағынбаев, талантлы йырсы, «Мираҫ» ансамбле солисы Алена Завьялова сығыш яһаясаҡ.

Программала боронғо башҡорт көйҙәре менән бер рәттән заман композиторҙарҙың музыкаһы ла яңғыраясаҡ.

Сара киске сәғәт 7-лә башлана.

Электрон билеттарҙы һылтанма буйынса һатып алырға мөмкин: https://iframeab-pre2638.intickets.ru/seance/13026605 .

 

https://kulturarb.ru/ba/news/өfөlә-tәүge-tapҡyr-ҡyl-ҡumyҙғa-arnalғan-shou-uҙasaҡ

 

 

Өфөлә тәүге тапҡыр ҡыл-ҡумыҙға арналған шоу уҙасаҡ
Өфөлә тәүге тапҡыр ҡыл-ҡумыҙға арналған шоу уҙасаҡ
Автор:
Читайте нас в