+2 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Ғинуар 2023, 18:00

Башҡортостанда 94 йәшлек әбей ҡар бабай әүәләгән

Асҡын районының Ҡыйғаҙы ауылында йәшәүсе 94 йәшлек Ғәниә Мөхәйәрова ошондай ҡарбабай эшләгән.

Башҡортостанда 94 йәшлек әбей ҡар бабай әүәләгән
Башҡортостанда 94 йәшлек әбей ҡар бабай әүәләгән

Хаҡлы ялдағы ханым юморға ла бай. Яңы йыл алдынан ул ауылдаштарынан артта ҡалмаҫ өсөн үҙенең ихатаһын ҡар скульптураһы менән биҙәргә ҡарар итә. Ҡыйғаҙыла һәр ихатала тиерлек ҡыҙыҡлы персонаждар ҡалҡып сыға.

Ғәниә Сәлим ҡыҙына уның ҡыҙы әҙерәк ярҙам итте, тип хәбәр итә «Асҡын яңылыҡтары»гәзите. Юҡһа ҙур-ҙур йомарламдарҙы бер-береһенә ҡатлап ҡуйыу яңғыҙына ғына ауыр булыр ине. Һөҙөмтәлә бына шундай саңғыла баҫып торған ҡыҙыҡ ҡар бабай килеп сыҡҡан.

 

Башҡортостанда 94 йәшлек әбей ҡар бабай әүәләгән
Башҡортостанда 94 йәшлек әбей ҡар бабай әүәләгән
Башҡортостанда 94 йәшлек әбей ҡар бабай әүәләгән
Автор:
Читайте нас: