Өфөнән йәш модель Екатерина Дульдий Таиландта уҙған Kids Stars International-2022 халыҡ-ара балалар конкурсында тәүге бишәү иҫәбенә инде. Конкурс йомғаҡтары буйынса ул дүртенсе вице-мисс, шулай уҡ «Тамашасылар һөйөүе гүзәле» исемен яуланы.
«Конкурста ни бары 5 таж бар ине һәм шуларҙың береһе — беҙҙеке. Мин ошо кескәй ҡыҙ һәм уның һоҡланғыс ата-әсәһе менән ныҡ ғорурланам. Катя минең күҙ алдымда үҫә. Тәүге тапҡыр ул беҙҙең конкурста 2018 йылда ҡатнашты. Ул конкурстың һөҙөмтәләренә бик тыныс ҡарай. Был иһә ата-әсәнең дөрөҫ тәрбиәһе, улар конкурс үҙ һәләтеңде күрһәтеү урыны икәнен балаға аңлата алған. Ниндәй һөҙөмтәгә өлгәшһә лә, улар уны ярата һәм ғорурлана», — ти балалар модель агентлығы етәксеһе Луиза Закирйәнова.
"Башинформ".