+15 °С
Облачно
Новости
20 Декабря 2022, 08:00

"Теләктәр шыршыһы — 2023" акцияһында ҡатнашығыҙ.

«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе булышлығында «Башҡортостан» дәүләт концерт залы Ижади «Теләктәр шыршыһы» акцияһын ойоштора. Акцияла ҡатнашыу өсөн ижади йүнәлештәге матди булмаған теләктәр ҡабул ителә:

 
"Теләктәр шыршыһы — 2023" акцияһында ҡатнашығыҙ.

«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе ярҙамында «Башҡортостан» дәүләт концерт залы Ижади «Теләктәр шыршыһы» акцияһы ойоштора.
Унда ҡатнашыу өсөн ижади йүнәлешле теләктәр ҡабул ителә. Мәҫәлән:

- «Роль» («Спектаклдә, фильмда роль башҡарырға, сәхнәлә билдәле артист менән сығыш яһарға хыялланам» һәм башҡалар);

- «Осрашыу» («Билдәле артист, йырсы, спортсы һ. б. менән осрашырға хыялланам»);

- «Маҡсат» («Сәхнә артындағы тормошто күрергә хыялланам», «Йондоҙ менән йырларға» һәм башҡалар);

- кинотеатрҙарға, концерттарға, спорт сараларына (хоккей) барыу.

"Теләктәрҙе үтәүселәр сифатында йәмәғәт ойошмалары, министрлыҡтар, ведомстволар вәкилдәрен, депутаттар һәм теләгән һәр кемде йәлеп итергә теләйбеҙ. Яңы йыл байрамы һәм шатлыҡ бүләк итербеҙ, тип ышанабыҙ. Бөгөн беҙ бик күп акциялар үткәрәбеҙ, улар аҙ тәьмин ителгәндәргә һәм беҙҙең ярҙамға мохтаж кешеләргә, шул иҫәптән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Минеңсә, хәҙер, илебеҙ өсөн ҡатмарлы осорҙа эшләгән барлыҡ эштәребеҙ ҙә бик мөһим», - тип билдәләне партияның төбәк бүлексәһе сәркәтибе урынбаҫары, «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов.

"Теләктәр шыршыһы"нда ҡатнашыу өсөн нда ҡатнашыу өсөн:

- ижади хыялыңды яҙырға;

- үҙ фамилияңды, исемен, атайыңдың исемен һәм телефон номерын күрһәтергә кәрәк.


Теләктәр 15 декабрҙән 29-ына тиклем pr.gkz@yandex.ru электрон почтаһына һәм «Башҡортостан» дәүләт концерт залы алдында ҡуйылған йәшниктә ҡабул ителә. Проект координаторының телефоны: 8 (347) 273-72-54.
 
"Теләктәр шыршыһы — 2023" акцияһында ҡатнашығыҙ.
"Теләктәр шыршыһы — 2023" акцияһында ҡатнашығыҙ.
Автор:
Читайте нас