Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың үҙенсәлекле сайты булдырылды
Халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың 90 йыллығына арналған сайтты граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды булышлығында Башҡортостан Башлығы грантына «Башҡортостан Республикаһының тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте» төбәк йәмәғәт ойошмаһы булдырған.
Сайтта https://ramigaripov.ru/ башҡорт классигының ижади мираҫы йыйыласаҡ. Бында шулай уҡ классиктың тәржемәләре, ҡулъяҙмалары, гәзит мәҡәләләре һәм фотоһүрәттәре, замандаштарының хаттары һәм уның хаҡында иҫтәлектәр урынлаштырыласаҡ. Проекттың партнерҙары - Башҡорт теле фонды, Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана. Сайт өҫтөндә эшләгәндә шағирҙың балалары - Гөлнара һәм Азамат Ғариповтар туранан-тура ҡатнашҡан.
Цифрлы ресурс Рәми Ғариповтың ижади мираҫын һәм биографияһын виртуаль һаҡлағысҡа әүереләсәк. Шағирҙың ижадына һәм тормошона арналған ғилми мәҡәләләр һәм китаптар, уның әҫәрҙәрен башҡа телдәргә тәржемә итеү унда үҙ урынын биләйәсәк. Ресурс интернет менән ҡулланыусылар өсөн ҡыҙыҡлы булыр тип көтөлә.