+13 °С
Дождь
Новости
19 Декабря 2022, 08:00

Тауҙарҙың ғорур ҡоралайы

Утыҙға яҡын китап авторы Әнисә Таһиро­ва, әлбиттә, ысын ижадсы. Әле иһә ҡулымда уның беренсе китабы – “Ҡоралай”. Был исем шунда уҡ күңелемә ятты. “Ҡоралай”. Был бит үҙенең автопортреты. Әнисә кита­бының исеме тик шундай булырға тейеш. Класташымдың үҙе кеүек. Йоҡа кәүҙәле, һомғол буйлы, тиҫтерҙәренән буйға ҡалҡы­уыраҡ. Оҙон аяҡлы. Свитерынан һуҙылып-һонолоп сығып торған ҡупшы муйын. Ике яҡ сикәһенә саҡ ҡына төшөп торған еңелсә бөҙрә сәс өлпөләре. Иғтибарлы күҙҙәр. Һаҡ ҡараш. Үҙенән-үҙе ҡоралайҙы хәтерләтә. Ҡатмарлы ҡатнаш хистәр – ғәжәпләнеү, аптырау, ҡәнәғәтлек, һоҡланыу, ҡыуаныс кисерешендә ябай ауыл ҡыҙына, класташыма профессиональ ижад майҙаны ҡапҡаһын асҡан тәүге китабын аҡтарам. Күҙем иң беренсе юлдарға терәлә, төбәлә. “Мин – тауҙарҙың ғорур ҡоралайы”. Бындай тәрән мәғәнәле һүҙҙәрҙе Әнисә генә әйтә алалыр. Стәрлетамаҡ – Белорет юлының бормалана-бормалана көнсығышҡа, Урал армыттарына үрмәләй башлаған ерендә мөһабәт урмандар ауыҙында, мәғрур тау-ҡаялар ҡуйынына һыйынған бай тарихлы Маҡар ауылы ҡыҙы. Ғүмере буйы һоҡланып та, ғорурланып та данлап йырлаясаҡ Селтербей, Һәүәҙе, Ҡарауыл тау, Ҡыҙылташ, Кәлимосҡан, Йәнәл тау, Алатау ҡоралайы. Шул тауҙар итәгендә аунап, тыуған тупраҡ йылыһын, бәрәкәтен, муллығын, йомарт­лығын һиҙеп-тойоп, үҙенә һеңдереп үҫкән го­наһһыҙ сабый. Уның битләүҙәрен буйла­ғанда тыуған төйәгенең матурлығын, төрлө­лөгөн, камиллығын, мөһабәтлеген күреп-аңлап, был тормошта ныҡлы аяҡҡа баҫҡан нәфис ҡыҙ бала. Тауҙарҙың бейек аяуһыҙ ел-ямғырҙары даими бәргесләгән, йәшен уҡтары менән өҙлөкһөҙ яндырған-көйҙөргән түбәһенә күтәрелеп, иҫ киткес оло, гүзәл, ҡатмарлы донъяның асылын аңларға тыры­шып, мең йыллыҡ тарихыбыҙ, рух азатлығы, илһөйәрлек, телһөйәрлек һауаһын һемереп эсеп, иленә, халҡына булған изге, мөҡәддәс хистәрен нығытҡан, бөрккән ил балаһы. Шарлауыҡ-шаршылары, ятыу-сөңгөлдәре сафлыҡ, таҙалыҡ, ярһыулыҡ, сабырлыҡ, тәүәккәллек, уңғанлыҡ, хис-уйсанлыҡ тулы тулҡындарын тирә-яҡҡа, бар мөхиткә һибеп-сәсрәтеп уйнаған, еребеҙ һауаһын ошо хис-мәғәнәләр менән тултырып, тулыландырып, һуғарып йәшәгән тәбиғәт балаһы... Ә дөйөм китапты асҡан “...Юҡ, яҙмышым мине һис ҡасан да Илем яҙмышынан айырмаҫ!” – тигән юлдар ғорур ҡоралайҙың булмышын, донъяға ҡарашын, йәшәйеште аңлауын, ниәт-теләген, позицияһын асып биргәндәй. Был юлдарҙың үҙ йыры, үҙ көйө менән әҙәбиәт донъяһына инеп барған шағирәнең буласаҡ ижадының төп темаһы, кредоһы, лейтмотивы тип тә ҡабул ителеүе һис тә ғәжәп түгел. Буласаҡ ижады, яҙыласаҡ юлдары бөгөн инде халҡыбыҙ ҡаҙанышы, рухи байлығына әйләнгән, уй-фекер-хис, гүзәллек-нәфислек-образлылыҡтан туҡылып етештерелгән ижади емештәре был фараздарҙың дөрөҫлөгөн дәлилләй.

Ниһайәт, күптән эҙләгәнемә тура килдем. Ҡайһы район һәм ҡалаға барһам да, китап магазинына инеп, витринананмы, кәштәләрҙәнме шиғырҙар китабын эҙләйем. Китаптың исемен белмәйенсә. Тәғәйен авторҙыҡын – Әнисә Таһированыҡын. Ауылдашым, класташым ул. Бәләкәйҙән үк тиһәң дә булалыр, серле, ылыҡтырғыс, ойотҡос, йоҡлатмаҫ, илһамландырғыс, хыялландырғыс шиғриәт донъяһына үҙ ирке менән теләп әсирлеккә бирелгән тиҫтерем дә.

 

Халҡы яҙмышынан айырылмаған ижадсы

 

Һәм бына ҡулымда – ус аяһындай ғына китап. 1971 йылда сыҡҡан беренсеһендә 34 шиғыр тупланған. Күпме икән был, әҙме? Ул бит инде нисәмә йыл шиғыр яҙа – беҙ туғыҙынсыла уҡығанда уҡ был йәшерен мауығыуын белә инек. Байтаҡ яҙылғандыр улар, тик тәүге китапҡа ошондағыларын тәҡдим иткәндер. Ижад менән шөғөлләнгән кешегә тәүге емешен күреү үтә лә мөһим. Беренсе китапҡа тиклемге осор – үҙенсә өйрәнсеклек дәүере, нисек кенә оҫта образлы, ихлас, күңелдәргә ятырлыҡ шиғырҙар яҙһаң да, улар ваҡытлы матбуғатта күренгеләп торһалар ҙа.

Халыҡ күҙенә салынған, күңелендә урын тапҡан, иғтибарын йәлеп иткән шиғырҙарҙың әҙәби түңәрәктәр, редакциялар, яҙыусы­ларҙың шиғриәт секцияһы иләктәрен үтеп, тәүге китап итеп тупланып донъя күреүе ҡәләм тирбәтеүсенең шиғыр яҙыусы этабын үтеп, шағир, шиғыр ҡойоусы тип танылыуы, шиғриәткә мәңгелеккә килеү хоҡуғына эйә булыу танытмаһы булараҡ ҡабул ителә. Ҡалғаны ижадсының үҙенән тора. Һәләтенән, уңғанлығынан, фекер юғарылығынан, уларҙы халыҡҡа ниндәй шәкелдә, ни рәүешле, ниндәй образлылыҡта, ниндәй тәрәнлектә, рухта еткереүҙә, еткерә белеүҙә. Белмәһәң, танытмаңды тотоп, ижади мөхит тупһаһында ҡалаһың. Белһәң, әҙәбиәт, шиғриәт донъяһында иркенләп осаһың, ҡолас ташлап йөҙәһең, илһамланып, әсенеп тә, көйөнөп тә, ҡыуанып та ижад итәһең.

Утыҙға яҡын китап авторы Әнисә Таһиро­ва, әлбиттә, ысын ижадсы. Әле иһә ҡулымда уның беренсе китабы – “Ҡоралай”. Был исем шунда уҡ күңелемә ятты. “Ҡоралай”. Был бит үҙенең автопортреты. Әнисә кита­бының исеме тик шундай булырға тейеш. Класташымдың үҙе кеүек. Йоҡа кәүҙәле, һомғол буйлы, тиҫтерҙәренән буйға ҡалҡы­уыраҡ. Оҙон аяҡлы. Свитерынан һуҙылып-һонолоп сығып торған ҡупшы муйын. Ике яҡ сикәһенә саҡ ҡына төшөп торған еңелсә бөҙрә сәс өлпөләре. Иғтибарлы күҙҙәр. Һаҡ ҡараш. Үҙенән-үҙе ҡоралайҙы хәтерләтә.

Ҡатмарлы ҡатнаш хистәр – ғәжәпләнеү, аптырау, ҡәнәғәтлек, һоҡланыу, ҡыуаныс кисерешендә ябай ауыл ҡыҙына, класташыма профессиональ ижад майҙаны ҡапҡаһын асҡан тәүге китабын аҡтарам. Күҙем иң беренсе юлдарға терәлә, төбәлә. “Мин – тауҙарҙың ғорур ҡоралайы”. Бындай тәрән мәғәнәле һүҙҙәрҙе Әнисә генә әйтә алалыр. Стәрлетамаҡ – Белорет юлының бормалана-бормалана көнсығышҡа, Урал армыттарына үрмәләй башлаған ерендә мөһабәт урмандар ауыҙында, мәғрур тау-ҡаялар ҡуйынына һыйынған бай тарихлы Маҡар ауылы ҡыҙы. Ғүмере буйы һоҡланып та, ғорурланып та данлап йырлаясаҡ Селтербей, Һәүәҙе, Ҡарауыл тау, Ҡыҙылташ, Кәлимосҡан, Йәнәл тау, Алатау ҡоралайы.

Шул тауҙар итәгендә аунап, тыуған тупраҡ йылыһын, бәрәкәтен, муллығын, йомарт­лығын һиҙеп-тойоп, үҙенә һеңдереп үҫкән го­наһһыҙ сабый. Уның битләүҙәрен буйла­ғанда тыуған төйәгенең матурлығын, төрлө­лөгөн, камиллығын, мөһабәтлеген күреп-аңлап, был тормошта ныҡлы аяҡҡа баҫҡан нәфис ҡыҙ бала. Тауҙарҙың бейек аяуһыҙ ел-ямғырҙары даими бәргесләгән, йәшен уҡтары менән өҙлөкһөҙ яндырған-көйҙөргән түбәһенә күтәрелеп, иҫ киткес оло, гүзәл, ҡатмарлы донъяның асылын аңларға тыры­шып, мең йыллыҡ тарихыбыҙ, рух азатлығы, илһөйәрлек, телһөйәрлек һауаһын һемереп эсеп, иленә, халҡына булған изге, мөҡәддәс хистәрен нығытҡан, бөрккән ил балаһы. Шарлауыҡ-шаршылары, ятыу-сөңгөлдәре сафлыҡ, таҙалыҡ, ярһыулыҡ, сабырлыҡ, тәүәккәллек, уңғанлыҡ, хис-уйсанлыҡ тулы тулҡындарын тирә-яҡҡа, бар мөхиткә һибеп-сәсрәтеп уйнаған, еребеҙ һауаһын ошо хис-мәғәнәләр менән тултырып, тулыландырып, һуғарып йәшәгән тәбиғәт балаһы...

Ә дөйөм китапты асҡан

“...Юҡ, яҙмышым мине һис ҡасан да

Илем яҙмышынан айырмаҫ!” –

тигән юлдар ғорур ҡоралайҙың булмышын, донъяға ҡарашын, йәшәйеште аңлауын, ниәт-теләген, позицияһын асып биргәндәй. Был юлдарҙың үҙ йыры, үҙ көйө менән әҙәбиәт донъяһына инеп барған шағирәнең буласаҡ ижадының төп темаһы, кредоһы, лейтмотивы тип тә ҡабул ителеүе һис тә ғәжәп түгел. Буласаҡ ижады, яҙыласаҡ юлдары бөгөн инде халҡыбыҙ ҡаҙанышы, рухи байлығына әйләнгән, уй-фекер-хис, гүзәллек-нәфислек-образлылыҡтан туҡылып етештерелгән ижади емештәре был фараздарҙың дөрөҫлөгөн дәлилләй.

 

Ил ғәмен аңлаған шағирә

 

Йәштәр ижадына ҙур иғтибар биргән хал­ҡыбыҙ шағиры Рәми Ғарипов, Әнисәнең матбуғатта күренгеләгән шиғырҙары менән танышҡас та, уның ижады асылын тотоп ала, һәләтен күрә. 55 йыл элек ул, йәш та­лант­тың “...барлыҡ шиғырҙарында ла ошо тәбиғәт моңо, тәбиғәт наҙы, тәбиғәт һа­ғышы... яҙ сафлығы, күңел елкенеүе, тотош образ бар. Иң мөһиме – кеше хисе, шағир үҙе бар”, тип баһалай. Салауат Юлаев премияһы лауреаты, әҙәбиәт белгесе, тәнҡитсе Ким Әхмәтйәнов та Әнисә Таһирова ижадының ерлеге, тамыры ла туған тәбиғәтендә, тыуған ерендә икәнлеген билдәләй: “... (уның) илһам сығанағы һоҡланыуҙан башлана... донъяның йәмен генә түгел, ғәмен дә аңлаған кеше тулҡынланыуы һиҙелә бында...”

Ах, “Ҡоралай”! 2017 йылда бер кескәй генә табын аҙағында автограф һораным. Әнисә аптырап ҡалды. Былай үҙ ҡулы менән иҫтәлекле һүҙҙәр яҙып бүләк иткән китаптары миндә күп кенә икәнен белә лә. Онотһа, йәдкәр дәфтәренә яҙылған һүҙҙәрен онотҡандыр. Юғары кластарҙа уҡығанда, мәктәпте тамамлағас, таралышып бөтәсәгебеҙҙе уйлаптыр, иҫтәлек булыр тип, бер-беребеҙҙән теләктәр, аҡыллы һүҙҙәр, шиғыр, йырҙар яҙҙырып ала инек. Бәхеткә, ул дәфтәрем һаҡланған. Беҙҙең, 16-17 йәшлек егет һәм ҡыҙҙарҙың, мауығыуын аса биреп ҡуйыр өсөн бер киҫәген генә, (хәйер, урынлы түгелдер ҙә) бәлки, килтереп китергә кәрәктер. Бына Әнисә менән бер партала ултырған Венера Гутова: “Кис ултырып, һиңә йырҙар яҙҙым, ҡулдарым да инде талдылар...” (1958 йыл, 27 ғинуар, киске сәғәт 12...)”, – ти. Парталашым Борис Йәғәфәровтың күстәнәсе лә күңелде ҡытыҡлағыс: “Любовь – это бушующее море, любовь – это злой ураган...” (2.02.58 год. 11.50 ночи)”. Етди Раил Ҡолбаев “Молодая гвардия” йырын күсереп яҙғас, йәшлек халәтен аңлап: “Умри! Но не давай поцелуя без любви!” (03.02.58 г., 11 часов ночи)” тип беҙҙе өйрәтә.

Ә инде Әнисә 1958 йылдың 29 ғинуа­рында билдәле “Черноокая украинка моя” һәм “Вернись в Сорренто” фильмындағы йырҙарҙың һүҙҙәрен яҙғандан һуң, өҫтәп ҡуя: “...И веселые школьные годы не забудутся, нет, никогда”. Ә бүләк иткән китаптарына бер ишерәк юлдар яҙа ине. “Пусть эта книга вернет тебя к перекатам Сиказе и солнечным дням школьных лет. Аниса”.  – тип яҙа ул Мәскәүҙә 1990 йылда. “Советский писатель” нәшриәтендә донъя күргән – ә ул замандарҙа совет яҙыусыларының иң төп, иң абруйлы нәшриәтендә китап сығарыу оло мәртәбә ине – “Перекаты Сиказе” тигән китабын һәҙиә иткәндә.

“Ырыуым йолаһы” китабына “Ауылдашҡа, Маҡар төҫө булһын” тигән теләген еткерә. Хәҙер килеп, мин автограф һорағас, “һуң, әле генә “Киске шәфәҡ йыры”н бүләк иттем дәһә”, тине. “Бына шунда яҙ”, тип түш кеҫәмдән кескәй генә, шул уҡ ваҡытта башланғыс ижадының мәрйендәрен туплаған тәүге ысын китабын – “Ҡоралай”ҙы сығарҙым. Әнисә өнһөҙ ҡалды. Бер аҙҙан: “Был ҡайҙан килеп сыҡты, ҡасанғы китап?” – тине. “Автограф яҙҙырып алырымды ниәт итеп, ул – беренсе китабың – 46 йыл көтөп ятты. Хәҙер ваҡыты ла етте, уңайы ла тура килде”, – тинем. Бер аҙ уйлап торғас – ни тиһәң дә, 46 йыллыҡ араны бәйләргә кәрәк – былай тип яҙҙы: “Тәлғәт! Олоғайһаҡ та, йәшлек матурлығы, йәшлек сафлығы беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәһен! Класташың Әнисә. 2017 йыл, ноябрь”.

Был һүҙҙәр юғарыла әйтелгән бер ишле­лек­кә ҡуш булғаны күренеп тора. Ул һәр саҡ көс биргән, илһам бөрккән, кеше иткән саф, дәртле хыялый йәшлеген һағынып, шул саҡта тыуған, формалашҡан үҙ ижади мөхитендә йәшәне һәм әле лә шулай йәшәй. Ә йәшлегебеҙ үҙенсә бик матур булды (хә­йер, былай тип һәр кем дә әйтә ала инде).

Бер аҙ йомоғораҡ, ҡырыҫыраҡ, үҙ уйҙарында, айырым донъяһында йәшәгән Әнисә менән беҙ тиҙ уртаҡ тел таптыҡ. Әнейҙәребеҙ бергә дауаханала, минеке – дарыухана мөдире, Нәғимә апайҙың фельдшер булып эшләүеме икән, бәлки, икебеҙ ҙә ҙур ауылдың бер үк ситендә йәшәгәнгәме, бергәләшеп быҙау ҡыуыу, эҙләп йөрөүме – иркен аралаша инек. Шуҡ, теңкәгә тейгән шаян Тәлғәт тураһында стена гәзите сатирик шиғыр ҙа яҙыр ине. Шаярып, төрттөрөшөп тә ала инек. Ул мине – мин шаян ғына тү­гел, активист та инем – “буласаҡ обком секретары” тип үсекләй, мин дә яуапһыҙ ҡал­майым, “буласаҡ халыҡ шағиры” тип ебәрәм.

Бер мәл беҙҙең Маҡарға маркалар йәбештерелгән ҡупшы конверттарҙа сит илдән хаттар килә башланы. Германия Демократик Республикаһынан. Әнисә Таһироваға төбәп. Ҡыҙыҡһыныусан, уйланыусан, эҙләнеүсән – тормошта ла, ижадта ла – Әнисәбеҙ, Мәскәүҙә сығарылған “Пионерская газета” акцияһында ҡатнашып, гәзиттә бирелгән адрес буйынса хат ебәргән. Шул саҡта төйөнләнгән ике ил үҫмерҙәре араһындағы дуҫлыҡ, ихласлыҡ менән тулы ине. Шул уҡ ваҡытта шағирәнең һиҙгер йөрәге нимәлер тойғандыр ҙа. Уны ниҙер борсоғандыр ҙа. Юҡһа, әле СССР иҫән саҡта уҡ, “ГДР-ҙағы дуҫым Манфредҡа” тип, “Алыҫтағы дуҫҡа өндәшеү” шиғырында:

...Тик кемдәрҙер беҙҙе тоташтырған

Күркәм күперҙәрҙе ватмаҡсы.

Ергә генә түгел, йондоҙҙарға,

Ай-ҡояшҡа туптар атмаҡсы... –

тип яҙмаҫ ине. Әйтерһең дә, оло донъяның ҡайҙалыр ауышып-тәгәрәп китерен белгән. Шуға ла тормоштоң әсеһен-сөсөһен татыған, йәмен белгән, ил ғәмен аңлаған шағирәнең 2010 йылда әйткән:

...Торатау – ул тыныслыҡтың төйәге,

Аҡ фәрештә – был төйәктең эйәһе.

Имен булһын өсөн торған ерегеҙ,

Торатауҙы һәр саҡ һаҡлай күрегеҙ! –

тигән һүҙ-киҫәтеүҙәре халыҡҡа тиҙ барып етә. Ул ышана, хәүеф янаған изге тауын ҡурсалар өсөн ойоша, берләшә башланы...

 

Сонет жанрына яңы һулыш өрҙө

 

Был яҙмала класташым ижадын айҡап-байҡап сығыу, ниндәйҙер баһа биреү маҡ­саты ҡуйылмаған. Билдәлелек яулаған, та­ныл­ған, дан ҡаҙанған тос, йөкмәткеле шиғри­әт менән һуғарылған ижадын күптәр, бик күптәр белә. Ә инде әлегә емештәрен тәмләп, татып ҡарамағандар өсөн уның илаһи донъя­һына, бәлки, был яҙма саҡырыу ҙа булыр. Ҡасандыр шағирә: “...Мин тамсы... Нур­ҙа са­ғылтып ҡара. Миндә күпме төҫ яна”, – тигәйне. Һәм уның төрлө төҫлө, рә­үешле, балҡышлы ижадында тормош үҙе – матур­лығы, ҡырыҫлығы, тәрәнлеге, шатлығы, хәс­рәте, проблемаһы, өмөтө, хисе, көсө – бар төрлөлөгө менән. Уларҙың ҡайһы ваҡыт әҙи­бәне арытып, йонсотоп киткән мәлдәре лә булғандыр. Һәм шул саҡта Әнисә Таһи­рова Алиһәһенең һүҙҙәрен аҡҡа төшөргәндер.

...Юҡ, шағирә,

Донъя шау-шыуынан

Ваз кисергә һис тә ярамай...

...Һин донъянан ҡасма!..

Ундай һүҙҙәр әйтелгәс, шағирәнең донъя шау-шыуынан бер аҙға булһа ла арынып алыу теләге лә булғандыр. Ситтән ҡара­ғанда, матур күренгән йәшәйеше лә еңел генә ҡоролмағандыр. Бар өмөттәре лә Әнисәнең килгәнен көтөп кенә тормағандыр. Маҡсатына өлгәшер өсөн күп ғәйрәт түгергә лә тура килгәндер һис тә зарлана белмәгән, кешегә ауырлығын һөйләп бармаған, тешен ҡыҫып, иренен ҡымтып проблемаларын үҙе сискән ныҡыш та, ғорур ҙа, тыйнаҡ та замандашыма. Әммә донъянан ҡасманы. Арҙаҡлы ғалимыбыҙ Ғайса ағай Хөсә­йеновтың әйткән һүҙҙәре иҫкә төшә. “Поэзия булмаһа, зәңгәр диңгеҙ бары тоҙло һыу булыр ине”. Беҙҙең Әнисәбеҙ донъяның китек-көтөктәре, ҡайһы ваҡытта үҙенең яҙа баҫҡан осраҡтары (“...йәшел генә ебәк үлән тиеп, булды һаҙлыҡтарға батҡаным...”) алып килгән күңеле, йәне, тәне әрнеүҙәре, ауыр­тыуҙарына ҡарамай, ә, бәлки, киреһенсәлер – шуға күрәлер ҙә ғүмерен донъяның тоҙло һыуын зәңгәр диңгеҙгә әйләндереүгә бағышлай.

Ауылдашымдың китаптарын этеп-төртөп, инәлеп-ялбарып, көсләшеп-әрһеҙләшеп сығарыр ғәҙәте лә, көсө лә юҡ икәнен яҡшы беләм. Ә утыҙға яҡын китабы донъя күрҙе. Тимәк, “тоҙло һыуҙы зәңгәр диңгеҙгә” әйләндереүҙә ҡәләмгир уңышлы эшләгән, камил ижад тыуҙырған, әҫәрҙәре үҙҙәре үк халыҡ күңеленә атлығып тора. Композиторҙарыбыҙҙы илһамландырып, улар ижад иткән көйҙәргә сорналып, уралып, үрелеп, йыр рәүешендә лә тарала. “Күңелдәрҙе сафландырған Тәңре нуры” Ҡөрьән-Кәримдең һәр йортҡа инеүен теләгән шағирә изге теләген “Ҡөрьәнгә бағышлау” тип уҡыусыларға еткерә.

Шиғриәт һөйөүселәр Советтар Союзының күренекле шағирҙары, башлыса ҡатын-ҡыҙ әҙибәләр ижадтары өлгөһө менән Әнисә Таһированың кәттә тәржемәләре аша таныша. Ә күпме балалар, Әнисә апайҙарының шиғри күстәнәстәрен алып, уға рәхмәт тойғоларын кисерәлер...

1993 йылда Башҡортостан яҙыусы­ларының ХI съезында һөйләгән “Сүкмәҫ Урал, тынмаҫ Ағиҙел” тигән докладында Динис Бүләков Әнисә Таһированы төп йөктө йөкмәүселәрҙең береһе тип атай. “Әнисә Таһированың ижади эҙләнеүҙәрен һәм табыштарын дөйөмләштереп, – тип дауам итә Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, – башҡорт шиғриәтендә сонеттарҙың байтаҡ тын торғандан һуң яңынан тыуыуы тураһында тулы ышаныс менән әйтә алабыҙ. Мөхәмәтйәров Хәй, Яҡуп Ҡолмой традицияларын дауам итеп, ул был жанрҙы яңы бейеклеккә күтәрҙе”.

Быға өҫтәп нимәлер әйтергә кәрәкме икән? Бәлки, шағирәнең күренекле шағир, сонетсы Хәй Мөхәмәтйәровҡа, сонеттар оста­зы Яҡуп Ҡолмой ағай иҫтәлегенә арнал­ған-төбәлгән рәхмәт хистәрен, һоҡланыу-ғорурланыуын, ихтирамын сонет юлдарына һалғандыр. Беренсеһенә “...түбәнәйҙе инде беҙҙең күктәр...” тип, икенсеһенә “...һин үҫтергән сонет сәскәләре һаман тере, һаман балҡышлы...” тип өндәшеп.

Был үҙенсәлекле, ҡатмарлы бик һирәк виртуоз шағирҙар ғына йүгәнләп алырҙай уникаль лирик жанрҙы сәмсел Әнисә Таһирова бөтөнләйе менән үҙләштереп, иҫ киткес матур өлгөләрен ижад итте. Үҙенә ғүмер бүләк иткән, бәпләп үҫтергән, үтә лә ҡәҙерле, изгеләштергән әсәһе Нәғимә апайға бағышлаған “Әсә һуҡмағы” сонеттар тажы шағирәнең үҙенә профессиональ оҫталығы, күңел сафлығы, туғандары, яҡындары, ғөмүмән, кешеләргә булған илтифаты, иманлы мөнәсәбәте өсөн кейҙерелгән таж булараҡ ҡабул ителә.

Донъя яҙмышына битараф булмаған әҙибә бер сонетында: “Әгәр миндә тиңһеҙ ҡөҙрәт булһа, бар Ер шарын ҡырып йыуыр инем”, – тип үкенес белдергәндәй. Юҡҡа, сөнки ул ҡөҙрәте бар тиклем, көсө еткәнсә, бар ижады менән ғүмере буйынса ошо изге эш – донъяны, кеше күңелен сафлау, таҙартыу, ҙурлау менән шөғөлләнде. Халыҡ ихтирамын, һөйөүен яуланы. Ауылдашым, уның ижады, йәмғиәтебеҙҙә тотҡан, уйнаған роле тураһындағы тырым-тырағай уйҙа­рымды тупларға тырышҡанда, уның 2001 йылда яҙылған “Маҡарыма ҡайттым” шиғырындағы:

...Аптырама, ғүмер көҙөм: ниңә

Күҙҙәреңдә, тиеп, йәш бөгөн?

Был сирендәр – минең бала сағым,

Был сирендәр – минең йәшлегем... –

тигән юлдарына иғтибар иттем. Быуаттар, меңйыллыҡтар артылышындағы шундай ғәжәйеп осорҙо үҙе өсөн “көҙ” тип иртәрәк нарыҡламанымы икән абруйлы ижадсы? Шағирәнең был раҫлауын ҡабул иткәндә лә, ул заманды йәйенең үтеп барышы, гүзәл миҙгеленең башы, тип ризалашырға ла булалыр. Ә көҙө Әнисә Таһированың, шөкөр, оҙайлы, ҡояшлы, емешле булыр һәм булды ла. Инде байтаҡ йылдарҙы артта ҡалдырып, бөгөнгө сыуаҡ, йылы, мәрхәмәтле көндәргә килеп еткәс, һинең сирендәреңде үҙеңә бүләк иткем килә. Һинең һағыш-шатлыҡ­тарыңды, һинең бала сағыңды, һинең йәшлегеңде, һинең булмышыңды. Иткем килә генә түгел, итәм. Һиңә, класташым Әнисә! Һиңә, талантлы Шағирәбеҙ Әнисә Таһирова!

 

Тәлғәт СӘҒИТОВ,

Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры.

https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2021-12-14/tau-ar-y-orur-oralayy-2619682

Тауҙарҙың ғорур ҡоралайы
Тауҙарҙың ғорур ҡоралайы
Автор:
Читайте нас