Өфөлә мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә дөйөм милли әһәмиәттәге ижади проекттарға ярҙам итеү өсөн Рәсәй Федерацияһы Президенты гранты сиктәрендә ғәмәлгә ашырылған «Фотоларҙа һәм реконструкцияларҙа башҡорт халыҡ кейеме» каталогы менән таныштырҙылар.
Баҫмала Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты фондтарынан һәм ғаилә архивтарынан архив фотоһүрәттәр, шулай уҡ «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы (2020-2022 йылдар) еңеүселәре һәм призерҙарының фотоколлекциялары урын алған. Архив фотодокументтарын баҫтырып сығарыу китапты айырыуса әһәмиәтле итә, сөнки элекке фотоһүрәттәр традицион кейемде тикшереүҙә һәм реконструкциялауҙа мөһим сығанаҡ булып тора. Баҫманы әҙерләүҙә Башҡортостандың фән һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, биҙәү-ҡулланма сәнғәт оҫталары ҡатнашты.
- Каталогта архивтарҙан (ТТӘИ-нан һәм Г.Р.Вәхитованың шәхси йыйылмаһынан) 130-ға яҡын аҡ һәм «Тамға» конкурсына тәҡдим ителгән иң яҡшы башҡорт кейеме оҫталарының-реконструкторҙарының эштәренән 200-ҙән ашыу төҫлө фото тәҡдим ителгән. Шулай итеп, беҙҙең тарафтан әҙерләнгән альбом-каталог уҡыусы алдында башҡорт кейеме формаларының байлығын һәм төрлөлөгөн, уның традицияларының бөгөнгөһөндә һаҡланыуын асып бирәсәк. Баҫмала башҡорт милли кейемен өйрәнеү тарихы, ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар кейеме үҙенсәлектәре тураһында мәҡәләләр урын алған, - тип билдәләй каталогты төҙөүселәр. Башҡортостан мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина каталог булдырыу буйынса башҡарылған эштең айырым әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне:
- Тарихи мираҫты һаҡлап ҡалған барлыҡ кешеләргә лә ҙур рәхмәт. Баҫма киң аудиторияға иҫәпләнгән һәм ғалим-этнографтарға ғына түгел, башҡорт кейеме оҫталарына-реконструкторҙарына, дизайнерҙарға һәм башҡорт халҡының тарихы һәм мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныусыларға ла ҡыҙыҡлы буласаҡ.
- Был этнография тарихында башҡорт милли кейеме тураһында тәүге альбом. Унда академия институттарының архив эштәре, ғаилә фотоһүрәттәре ингән. Оҫталарҙың күбеһе өләсәй-өләсәйҙәренең фотоларын күрһәтте һәм беҙ уларҙы яңынан тергеҙҙек. Китаптың өсөнсө өлөшөндә - «Тамға» конкурсында еңеүселәр, уларҙы ла индерҙек. «Фотоларҙа һәм реконструкцияларҙа башҡорт халыҡ кейеме» каталогы - милли башҡорт костюмын өйрәнеү менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн яҡшы өҫтәл китабы ул, - тип һөйләне Республика халыҡ ижады үҙәге генераль директоры урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева.каталог менән таныштырыу сараһы «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы сиктәрендә үтте.