Бына бит ул нисек: ҙур сәхнәләргә юл ябай ғына ауыл өйөндә ултырғыста тыпырлатыуҙан башланған икән! Бейеү театры составында ниндәй генә сәхнәләрҙе шаулатмай Дамира. Уны Мәскәү, Санкт- Петербург, Германия, Бельгия, Голландия, Төркиә тамашасылары алҡышлай.
Әммә бейеүсенең ижад ғүмере ҡыҫҡа. Ауыр физик хеҙмәт уны иртә хаҡлы ялға китергә мәжбүр итә. Күптәр, сәхнәнән төшкәс, үҙен ете юл сатында ҡалғандай тоя. Артабан да дәртте һүндермәй, алдыңа яңы маҡсаттар ҡуйып, уға табан барыу көслөләр эше. Дамира Зәйнетдин ҡыҙы ла үҙен яңы сифатта аса һәм бөгөн тыуған театрында балетмейстер вазифаһын башҡара.
- Хореографик тамашалар, спектаклдәргә бейеүҙәр ҡуйыу һинән ҙур яуаплылыҡ һәм эҙләнеүҙәр талап итә, - ти ул. - Театрҙың элекке режиссеры Зинур Сөләймәновҡа ҙур рәхмәт, ул тәүге ваҡытта миңә оло терәк булды, нәҡ уның ярҙамы менән эште башлап ебәрҙем дә инде. Бөгөн иһә театрыбыҙҙың художество етәксеһе Айҙар Зарипов менән ҡулға- ҡул тотоношоп эшләйбеҙ. Тамашанан тамашаға тәжрибә лә арта, башта яңы идеялар, ҡыҙыҡлы алымдар тыуа.
Мин Хәлил Ишбирҙин, Риф Ғәбитов мәктәбен үткән кеше. Улар - халҡыбыҙҙың рухын, эске донъяһын, йәшәйешен, тын алышын белгән балетмейстерҙар. Сулпан Асҡарова ла тап шундай талант эйәһе. Уларҙан өйрәнәһе лә өйрәнәһе әле миңә, - шулай ти Дамира Амангилдина. Ә үҙе өс йыл эсендә Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында байтаҡ тамашаларҙы хореографик яҡтан биҙәп өлгөргән. . Шулар араһында “Атты ектем! Айға осам…” , “Ләсәй”, «Әләпле артистары» комедиялары, «Минең ҡатынымдың исеме Морис”, “Ҡуштирәк” спектаклдәрен халыҡ айырыуса яратып ҡабул итә.
Балетмейстер булараҡ, үҙенең фекерҙәре менән дә бүлеште ул:
- Башҡорт бейеүен бейер өсөн башҡорт булып тыуырға кәрәк, тигән берәү. Мин быға өҫтәп, халҡың бейеүе йөрәгеңдә ятырға тейеш, тип әйтер инем. Һинең һәр бер күҙәнәгеңдә башҡортлоҡ булмаһа, төлкө бүрек, елән кейеп, йә булмаһа һомғол буй менән өҫтәмә сәс үреп кенә башҡорт бейеүен бейеп булмай. Һәр бейеүҙең нигеҙен уның халыҡсанлығы тәшкил итергә тейеш, шул ваҡытта ғына ул тамашасы күңеленә үтеп инә, шунда урын таба, үҙенең үлемһеҙлегенә юл ала.Бейеү тарихында эҙләнергә кәрәк әле беҙгә, төпкәрәк төшөргә кәрәк. Һәр бер ырыуға үҙ тыпырлатыуы хас. Шуларҙы өйрәнәһе бар. Һуңғы ваҡытта артыҡ заманса бейеүҙәр менән мауыға башланылар, фонограммаға бейеүселәр күбәйҙе, күп бейеүҙәр көҙгө сәскә кеүек: тышҡы матурлығы бар, ә еҫе юҡ. Халыҡҡа еткерә торған зауыҡ юғалмаһын ине, - тип борсолоуын да белдерҙе Дамира Зәйнетдин ҡыҙы һәм йәнә үҙенә бейеү тигән сихри донъяға юл асҡан театрына әйләнеп ҡайтты.
- Башҡортостанда бейеү ансамблдәре күп, ә бына Бейеү театры - берәү генә. Беҙ уны Хәлил ағай ҡуйған талап кимәлендә һаҡларға тейеш. Бейеүҙе сәнғәттең иң юғары баҫҡысына күтәргән, ҡабатланмаҫ образдар тыуҙырған театрыбыҙ бит ул беҙҙең. Мин остаздарымды, коллегаларымды, тамашасыларымды оло ихтирам һәм йылылыҡ менән һағынып иҫкә алам. Һаман да төштәремдә бейеп уянам…
Автор: Гөлнур Дәүләтйәрова.
+2 °С
Болотло