Бөгөнгө төндә мин оҙаҡ йоҡлап китә алманым... Тышта салют тауыштары, фейерверктар утлы уҡтары менән һауаға күтәрелә. Бар ауыл мәжлес ҡороп, кәйеф-сара ойоштороп байрам итә. Яңы йыл. Бөгөн берәү ҙә йоҡламай шикелле, һәр өйҙөң тәҙрәһендә яҡтылыҡ бар. Ә төн уртаһы етеү менән бар урам байрам көрө, байрам тауышы менән тулды. Ул тауыш тынлыҡты боҙоп һәр мөйөшкә, һәр өйгә таралды. Беҙҙең өйгә лә ишек шаҡымай килеп инде ул тауыш һәм бик етеҙ итеп мин ятҡан өҫкө ҡатҡа менеп тыныслығымды боҙҙо. Күҙҙәремде асам һәм аңлайым - башланды шикелле.
Фейерверк уттары бүлмәмде яҡтыртты, тәҙрәмдән тышҡа күҙ баҡтым, мин, гүйә икенсе планетанан Ерҙе күҙәтәм һәм бер минутҡа ғына ул кешеләрҙе күҙ алдында килтерергә тырышам. Бына улар барыһы ла өҫтәл артында йыйылғандар ҙа, тулҡынланып нимәлер көтәләр. Бына улар ҡағыҙ битенә теләктәрен яҙып яндырып ебәрәләр, ә көлөн шараплы бокалға ырғаталар. Ул бокалда уларҙың һуңғы өмөттәре һәм һуңғы ышаныуҙары күпереп йөҙөп йөрөй.
Бына улар тулҡынланып аяҡ өҫтө баҫалар һәм сәғәт куранттары һуғып бөткәнсе күтәреп эсеп бөтөрәләр. 12 секунда өлгөрөргә - бынан да мөһимерәк мәсьәлә юҡ. Юғиһә, тормошҡа ашмай, юғиһә, бушҡа була.
Йылына бер тапҡыр улар мөғжизәгә ышаналар, йылына бер тапҡыр уларға барыһы ла тормошҡа ашырыла торған шанс бирелә. Шуға күрә улар өсөн Яңы йыл - йылдың иң мөһим көнө. Бер кемдең дә был төндә эшләгеһе, ауырығыһы, бала тапҡыһы, йәки үлгеһе килмәй. Яңы йыл тыуымдан да, үлемдән дә мөһимерәк. Ә йоҡо - апокалипсис ише. Хатта арыған балалар ҙа, уларҙың уйынсыҡтары ла йоҡламай. Улар бит бар йөрәге менән, яңы йылды нисек үткәрәһең, йылды шулай үткәрәһең тигәнгә ышана.
Шуға күрә яңы йылға улар йыл буйы әҙерләнә. Ете ҡат тиреһен сығарғансы эшләй, аҡса йыя, кем менән ҡаршыларын эҙләй, спорт залда күнекмәләр яһай, барыһы ла бер миссия өсөн - 12 секундта өлгөрөргә. Бүләктәргә аҡса йыя, бурыстарын түләй, храмдарға бара, ғәфү үтенә. Үткән йылдағы гонаһтар менән яңы йылды ҡаршыларға ярамай бит, юғиһә, кәрзин тула.
Шулай йылдан - йылға йәшәйҙәр, әммә бәхет кенә өҫтәлмәй. Тик күңелдәге бушлыҡ ҡына киңә бара, киңәйә бара. Ваҡыт үтә, күңелдәге ҡара бушлыҡта барыһы ла иреп, юҡҡа сыға: бала саҡ, шыршыһы һәм уйынсыҡтар менән, йәш саҡ, аҡ аттағы принц менән һәм бына яңы йыл урынына ҙур хәрефтәр менән ҡартлыҡ килә.
Ҡар урынына - аҡ сәстәр. Шампан урынына быуындарҙан бальзам, ә көҙгөгә ҡараһаң, унда дюймовочка түгел, ә яңғыҙ, уҫал ҡарсыҡ.
Барыһы ла беҙҙе ышанырға өйрәтмәгәнлектән. Барыһы ла беҙҙе дин менән түгел, әкиәт менән тәрбиәләгәндәре өсөн. Барыһы ла беҙгә боттар уйлап сығарып, ысын Аллаһты табырға, танырға бирмәгәндәре өсөн. Барыһы ла, ауырыу кешеләр һәм бәхетһеҙлек - һаулыҡтан һәм күңелдәге гармониянан күпкә отошлораҡ булғаны өсөн. Барыһы ла, беҙгә ысын байрамдар урамда, йәки дискотекаларҙа иҫерткес эсемлектәр менән түгел, ә күңел түрендә үтә икәнен аңлатмағандары өсөн. Барыһы ла, бәхет өсөн иң бөйөк, иң эскерһеҙ һәм иң ысын ышаныстан башҡа сәбәп кәрәкмәгәне өсөн.
Әйткәндәй, 20 йыл рәттән мин теләк теләп мөғжизә көттөм. Әммә минең бер теләгем дә, бер хыялым да тормошҡа ашманы. Барыһы ла мин иман килтереп, яңы йылды байрам итеүҙән баш тартҡас тормошҡа ашты.
Эвита Гайнет
+2 °С
Ясна