15 декабргә тиклем Башҡортостанда йәшәүселәр матбуғатҡа сайтта һәм Рәсәй почтаһы бүлексәләрендә 30% ташлама менән яҙыла ала. Был хаҡта Федераль почта элемтәһе республика буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
«Нәшриәт йорттары менән берлектә компания 2,4 меңдән ашыу гәзит-журналға, шул иҫәптән республика, район һәм ҡала гәзит-журналдарына яҙылыу хаҡын төшөрә», - тине республика Федераль почта элемтәһе идаралығының матбуғат секретары Борис Слуцкий.
Баҫма матбуғатҡа республиканың барлыҡ почта бүлексәләрендә йәки почтальон аша яҙылырға мөмкин. Быны сайтта һәм мобиль ҡушымтала ла башҡарып була.
Каталогта 6 меңгә яҡын төрлө баҫма бар.