+3 °С
Ямғыр
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Декабрь 2022, 11:20

Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театрында Мифтахетдин Аҡмулла хаҡында спектакль әҙерләнә

-

14 декабрь –Башҡорт теле көнөнә ҡарата Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театрында XIX быуаттың иң атаҡлы һүҙ оҫтаһы Мифтахетдин Аҡмулла хаҡында спектакль әҙерләнә. Театрҙа әлеге мәлдә репетициялар бик әүҙем бара.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылдан Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указы менән 14 декабрҙә башҡорт телен һаҡлау, яҡлау һәм үҫтереү маҡсатында башҡорт теле Көнө билдәләнә. Байрам бөйөк шағир һәм мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арналған.

Милли йәштәр театры сығарасаҡ спектакль мәғрифәтсенең тормошо һәм ижадын, иҫкермәҫ идеяларын сағылдырмаҡсы.

Спектакль өҫтөндә автор, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Зөһрә Бураҡаева, ҡуйыусы режиссер, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рөстәм Хәкимов, композитор Вәсил Ғафаров, балетмейстер – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова, рәссам - Рөстәм Баймөхәмәтов һәм ролдәрҙе башҡарасаҡ театр актерҙары эшләй.

https://kulturarb.ru/ba/news/mostaj-k%D3%99rim-isemend%D3%99ge-milli-j%D3%99sht%D3%99r-teatrynda-miftahetdin-a%D2%A1mulla-ha%D2%A1ynda-spektakl-%D3%99%D2%99erl%D3%99n%D3%99

 

Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театрында Мифтахетдин Аҡмулла хаҡында спектакль әҙерләнә
Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театрында Мифтахетдин Аҡмулла хаҡында спектакль әҙерләнә
Автор:
Читайте нас: